Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕМИДОВТАР

Просмотров: 1106

ДЕМИДОВТАР, завод һәм ер хужалары, меценаттар. Крәҫтиәндәрҙән (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Тула тимерселәренән). 1720 й. дворянлыҡ хоҡуҡтарын алалар (1726 й. грамота м‑н рәсми рәүештә раҫланған). 18 б. аҙағына 60‑ҡа яҡын завод төҙөйҙәр, ш. иҫ. 40‑тан ашыуын — Уралда. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Никита Демидович Антуфьев (Демидов) (26.3.1656, Тула ҡ. — 17.11.1725, шунда уҡ), Уралда металлургия пр‑тиелары төҙөүҙе ойоштора. Тулала тимерлек оҫтаханаһы була, 1695 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1696 й.) металлургия з‑дына нигеҙ һала. 1702 й. ҡаҙнаға ҡараған Невьянск тимер етештереү һәм суйын ҡойоу з‑дына эйә була. 18 б. 1‑се сирегендә Уралда 5 завод (Бынга, Үрге һәм Түб. Тагил, Выя, Шүрәле з‑дтары) төҙөй. Уның 3 улы араһында айырыуса билдәлеләре: Акинфий Никитич Д. (1678, Тула ҡ. — 5.8.1745, Ҡазан губ. Яйыҡ Тамағы а. эргәһе, Тула ҡ. ерләнгән), действительный статский советник (1744; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1742). Атаһының Уралдағы заводтарын төҙөүҙә ҡатнаша; үҙәк Рәсәйҙә, Алтайҙа һәм Уралда үҙ заводтарын: 1727 й. — Соҡсон заводын, 1729 й. — Уткинский тимер етештереү з‑дын, 1730 й. — Рәүҙе заводын, 1736 й. — Бым заводын, 1740 й. — Түб. Рождественск (ҡара: Рождественск заводтары) һәм Шаква баҡыр иретеү з‑дтарын, 1741 й. Ашап заводын һ.б. төҙөй. 1745 й. 25 тау заводына эйә була. Никита Никитич Д. (?—1758), статский советник. 1730 й. — Түб. Шайтан з‑дына (ҡара: Шайтан заводтары), 1740 й. — Үрге һәм Түб. Һирге заводтарына, 1755 й. Үрге һәм Түб. Ҡыштым заводтарына нигеҙ һала. 1731 й. — Давыдовский баҡыр иретеү з‑дын (1742 й. ҡарата эшләмәгән), 1751 й. Кәҫле заводын һатып ала. Акинфий Никитич Д. билдәле улдары: Прокофий Акинфиевич Д., 1758 й. Невьянск з‑дтарын мираҫ итеп ала, 1769 й. сауҙагәр С.Яковлевҡа һата; Григорий Акинфиевич Д. (14.11.1715–13.11.1761), Ашап, Бым, Рәүҙе, Түб. Рождественск, Соҡсон, Уткинский һәм Шаква заводтарын мираҫҡа ала. 1760 й. Бисерт заводына һәм Камбар заводына нигеҙ һала; Никита Акинфиевич Д. 1758 й. Түб. Тагил з‑дтарын мираҫҡа ала. Никита Никитич Д. 5 улының билдәлеләре: Евдоким Никитич Д. [29.7.1713, Тула ҡ. — 1.2. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 29.1.) 1782, С.‑Петербург], 1759 й. үҙәк Рәсәйҙәге заводтарҙы мираҫҡа ала. 1760 й. Әүжән‑Петровск заводтарын һатып ала. 1769 й. – Ҡағы заводына, 1772 й. — Ҡотҡор суйын иретеү з‑дына [Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында ҡыйратыла; тергеҙелмәй], 1777 й. Үҙән заводына нигеҙ һала; Иван Никитич Д. (1722, Тула ҡ. — 1807), 1759 й. Һирге з‑дтарына эйә була, 1789 й. уларҙы М.П.Губинға (ҡара: Губиндар) һата; Никита Никитич Д. (1728—20.12.1804), 1759 й. Кәҫле, Ҡыштым (туғаны Пётр Григорьевич Д. мираҫҡа күсәләр), Түб. Шайтан з‑дтарына эйә була. 1759 й. — Әҙәш‑Өфө тимер етештереү һәм суйын иретеү (1773—75 йй. Крәҫтиәндәр һуғышы барышында ҡыйратыла), Үрге Шайтан з‑дтарына, 1760 й. Кеолим тимер етештереү һәм суйын иретеү (1773—75 йй. Крәҫтиәндәр һуғышы барышында ҡыйратыла), Шемаха тимер етештереү (төҙөлөп бөтмәй, туғаны Пётр Григорьевич Д. мираҫҡа күсә) з‑дтарына нигеҙ һала. 1767 й. Шайтан з‑дтарын сауҙагәрҙәр Е.А. һәм С.А. Ширяевтарға һата. Григорий Акинфиевич Д. улдары: Александр Григорьевич Д. (22.8.1737—8.2.1803), действительный статский советник. 1763 й. — Ашап, Бым, Соҡсон, Шаква, 1767 й. Ҡәмбәр һәм Уткинский з‑дтарына эйә була. 1763 й. Тиса заводына, 1786 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1787 й.) Молёбка тимер етештереү з‑дына нигеҙ һала; Павел Григорьевич Д. (29.12.1738—1.7.1821), действительный статский советник. Гёттинген ун‑тында, Фрайберг тау акад. (Германия), Упсала ун‑тында (Швеция) уҡый. Камбар, Уткинский (1767 й. ағаһы Александр Григорьевичҡа һата), Түб. Рождественск (1767 й. ҡустыһы Пётр Григорьевичҡа һата) з‑дтарын мираҫ итеп ала. 1803 й. Ярославль ҡ. Демидов юғары фәндәр уч‑щеһын (хәҙ. П.Г.Демидов ис. Ярославль дәүләт ун‑ты) аса. 1‑се дәрәжә Изге Владимир орд. м‑н бүләкләнгән; Пётр Григорьевич Д. (6.8.1740—12.1.1826), тайный советник. 1763 й. — Бисерт һәм Рәүҙе, 1767 й. Түб. Рождественск з‑дтарына эйә була. 1800 й. Үрге Рождественск з‑дына нигеҙ һала. 1805 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1806 й.) бөтә заводтарын сауҙагәр А.В.Зеленцовҡа һата. 1805 й. Кәҫле, Ҡыштым һәм Шемаха з‑дтарына эйә була, уларҙы 1809 й. сауҙагәр Л.И.Расторгуевҡа һата. Евдоким Никитич Д. 6 улы араһында билдәлеләре: Василий Евдокимович Д. (?—1803), прапорщик. 1783 й. Әүжән‑Петровск з‑дтарына эйә була, 1796 й. уларҙы Губинға һата; Иван Евдокимович Д. (?—12.11.1823), 1783 й. Ҡағы һәм Үҙән з‑дтарын [19 б. 30‑сы йй. вариҫтары уларҙы А.И.Пашковҡа (ҡара: Пашковтар) һата] мираҫҡа ала. Ҡатыны Аграфена Семёновна Дмитриеваның бирнәһе сифатында Өфө өйәҙе Моисеевка (Демидовка) а. [19 б. 30‑сы йй. Өфө өйәҙе Алексеевка а. (Өфө р‑ны) составына инә] имениеға хужа була, 18 б. 90‑сы йй. тиклем Өфө өйәҙе Сосновка (Демидовка) а. (20 б. 60‑сы йй. аҙағында ш. уҡ Алексеевка а. составына инә) нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 19 б. башында 41 мең һумлыҡ күсемһеҙ милке, ш. иҫ. хәҙ. бер корпусы (Октябрь революцияһы урамы, 57/1) һәм тирмән бинаһы (Коммунистик урам, 117 б) тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы һаналған усадьба комплексы була. Өфөлә суйын күпер, Өфө ир балалар гимназияһын һ.б. төҙөүгә аҡса бүлә; Степан Евдокимович Д., 1783 й. Кәҫле һәм Үҙән з‑дтарын мираҫҡа ала, 1784 й. үҙ өлөшөн ағаһы Иван Евдокимовичҡа һата. Александр Евдокимовичтың 2 улынан Григорий Александрович Д. (10.2.1765—19.1.1827) билдәле, гофмейстер, флигель-адъютант. 1803 й. Ашап, Бым, Камбар, Молёбка, Соҡсон, Тиса, Уткинский һәм Шаква з‑дтарына эйә була. Григорий Александрович Д. 4 улынан билдәлеләре: Александр Григорьевич Д. (8.2.1803—30.1.1853), коллегия асессоры, полковник. 1828 й. Ашап, Бым, Молёбка, Соҡсон, Тиса, Уткинский, Шаква з‑дтарына эйә була; 1833 й. ҡустылары Пётр һәм Павел файҙаһына уларҙан баш тарта: Пётр Григорьевич Д. (24.10.1807—1862), ген.-адъютант, ген.‑лейтенант. 1833—47 йй. ҡустыһы Павел Григорьевич м‑н Ашап, Бым, Ҡәмбәр, Молёбка, Соҡсон, Тиса, Уткинский һәм Шаква з‑дтарына эйә була; Павел Григорьевич Д. (21.5.1809—1.7.1858), камергер, действительный статский советник. 1832—65 йй. Император С.‑Петербург ФА‑нда фән, техника һәм сәнғәт б‑са хеҙмәттәр өсөн Демидов пр. (Павел Николаевич Д. тарафынан булдырыла) тапшырыла. 1993 й. Ғилми Демидов йәмғиәте (Екатеринбург ҡ.) тарафынан гуманитар фәндәр, биология, математика, физика, химия һәм ер т‑дағы фәндәр өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн Демидов пр. булдырыла. 1992 й. алып Халыҡ‑ара Демидов Фонды эшләй.

Әҙәб.: Губиндар мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019