Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИВАЕВТАР

Просмотров: 1381

ДИВАЕВТАР, Деваевтар, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ди(е)вай Неваев (1679—1756). Уҫы даруғаһы мишәрҙәренән. Шул уҡ даруғаның баш мишәр старшинаһы (1738). Уның улы — Сөләймән Д. (1718—14.2.1757, С.‑Петербург), башҡорт ихтилалдарын (1735—40), ихтилалды (1747), башҡорт ихтилалын (1755—56) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Уҫы даруғаһының мишәр старшинаһы (1739). Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Әжәк а. (Борай р‑ны) йәшәй. 1756 й. авг. Әжәктә Батыршаны тота, уны Ырымбур ҡ. илтә, көҙөн С.‑Петербургҡа оҙатып бара. 1756—57 йй. ҡышында императрица Елизавета Петровна тарафынан ҡабул ителә. Уның улы — Ишмөхәммәт Сөләймән улы Д. (Ишмөхәммәт Сөләймәнов булараҡ билдәле; яҡынса 1744, Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Әжәк а. — 1798), поручик (1792). Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 18 б. 50—70‑се йй. 5 йөҙлөк команда сотнигы, старшинаһы булып хеҙмәт итә. 1769 й. һәм 1773 й. башҡ.-мишәр командаһы башында Себер сик һыҙығында (ҡара: Нығытмалы сик һыҙыҡтары) хеҙмәт итә. 1781—89 йй. Өфө провинцияһының почта комиссары. 1796 й. алып 2‑се мишәр кантонының 2‑се йорто старшинаһы. 1773 й. дек. — 1774 й. мартында баш күтәреүселәр ҡулында әсирлектә була. 1774 й. яҙы — көҙөндә властарға тоғро мишәрҙәрҙән отряд ойоштора һәм уға етәкселек итә. Авг. уның отряды И.К.Рылеев етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре составында Өфөнө обороналауҙа, сент. Йәлдәк улусы Тимошкин а. (хәҙ. юҡ) һәм Себер даруғаһы Ҡыр- Танып улусы Нөркә а. (Балтас р‑ны) эргәһендә баш күтәреүселәргә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Властарға Ҡаранай Моратов, Ҡасҡын Һамаров, Ҡәнзәфәр Усаев һ.б. отрядтарының хәрәкәте т‑да мәғлүмәт еткереп тора. 1775 й. һәм 1778 й. “башҡорт депутацияһы” составында С.‑Петербургта императрица Екатерина II тарафынан ҡабул ителә. 1762 й. башлап — Нуғай даруғаһы Өршәк‑Мең улусы Боҙаяҙ а. (Ҡырмыҫҡалы р‑ны), 1775 й. алып ш. уҡ улустың Туҡай а. (Ауырғазы р‑ны) йәшәй. Алтын миҙал (1776), исемле ҡылыс м‑н бүләкләнгән. Улдары: Абдуллатиф Ишмөхәммәт улы Д., поход старшинаһы, дистанция начальнигы; Ғөбәйҙулла Ишмөхәммәт улы Д. (1767—1846), зауряд-сотник; Фәйрушат Ишмөхәммәт улы Д. (1768—1819), Ватан һуғышында (1812) ҡатнашыусы. 1816—19 йй. 2‑се мишәр кантоны начальнигы. Сәйфулла Ишмөхәммәт улы Д. (1775—1838), поход старшинаһы; Сәйфетдин Ишмөхәммәт улы Д. (1785—1852), зауряд-сотник. Фәйрушат Ишмөхәммәт улы Д. улы — Шаһиморат Фәйрушат улы Д. (1804, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк‑Мең улусы Туҡай а. — 1857, шунда уҡ), поход старшинаһы. Уның улы Әхмәтйән Шаһиморат улы Д. (1828, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк‑Мең улусы Туҡай а. — 1880, шунда уҡ), топограф. Неплюев кадет корпусында уҡыған. 19 б. 40—70‑се йй. Башҡорт ғәскәрендә (башҡ. кантондары попечителе тәржемәсеһе), Башҡ. ыҙан комиссияһында хеҙмәт итә. Уның улы — Ә.Ә.Диваев. Р.М.Диваев ш. уҡ Д. нәҫеленә ҡарай.

Әҙәб.: Материалы по истории Башкирской АССР. Ч.1. Башкирские восстания в XVII и первой половине XVIII вв. М.; Л., 1936.

Р.И.Янғуразов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019