Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВИЛДАНОВ Ғәбделәхәт Фазлый улы

Просмотров: 1560

ВИЛДАНОВ Ғәбделәхәт Фазлый улы [6.2.1879, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Таймый а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 9.2.1954, Өфө], тел белгесе, этнограф, фольклорсы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған (1912). 1899 й. алып Турғай өлк. мәктәптәрендә, Ғәлекәй мәҙрәсәһендә (Ырымбур ҡ. янындағы Сәйет биҫтәһе), 1906 й. алып Мерәсем башҡ. уч‑щеһында (Өфө губ. Бөрө өйәҙе) уҡыта. 1914 й. алып Үрге Ҡыйғы башҡа милләттәр өсөн китапхана (Өфө губ. Златоуст өйәҙе) мөдире. 1919—21 йй. Башҡ‑н үҙәк төбәк музейының (ҡара: Милли музей) бүлек мөдире, 1927— 31 йй. мөдире. 1921—23 йй. Америка ярҙам адм. Дыуан-Ҡошсо кантоны һәм Күҙәй кантоны б‑са баш инспекторы, бер үк ваҡытта 1922 й. алып Академүҙәктең методика бүлеге мөдире, 1924 й. — “Белем” ж. мөхәррире, бер үк ваҡытта 1924—25 йй. Өфө 2-се баҫҡыс мәктәбе уҡытыусыһы, 1925 й. — Башҡ‑н ХКС‑ы эргәһендәге башҡорт телен ғәмәлгә индереү комиссияһы инструкторы. 1936 й. Йоматау умартасылыҡ техникумында (ҡара: Йоматау аграр техникумы) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорттарҙың фольклорын һәм этнографияһын, ш. иҫ. туй йолаларын, өйрәнеүгә; башҡорт тел ғилеменең теоретик һәм ғәмәли мәсьәләләрен тикшереүгә бәйле. “Башҡорт йомаҡтары” (1927) йыйынтығын төҙөүсе, “Боронғолар һүҙҙәре. Башҡорт телендә мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр” (1924) китабы авторҙарының береһе. “Башҡорт теле методикаһы” (1924), “Башҡорт теленең грамматикаһы” (1925) хеҙмәттәренең авторҙашы. 1-се Бөтә Рәсәй мосолман съезы делегаты. Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтенең ғилми секретары. 1936 й. репрессиялана, 1939 й. азат ителә. 1989 й. аҡлана.

Х е ҙ м.: Төрөк халыҡтарының донъяға боронғо дини ҡараштары //Башҡорт аймағы. 1926. №2; Башҡорттарҙа сеңләү //Шунда уҡ. 1927. №3; Башҡорт этнографияһы материалдары //Шунда уҡ. 1928. №6; Термины по делопроизводству. Уфа, 1927.

Әҙәб.: Е р г и н Ю.В. Хочу передать своему народу мой опыт и знания... //Бельские просторы. 2004. №2.

  Ю.Д.Ергин, Ф.Д.Әхмәрова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019