Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛГА-УРАЛ ТАРИХИ-ЭТНОГРАФИЯ ӨЛКӘҺЕ

Просмотров: 1278

ВОЛГАУРАЛ ТАРИХИЭТНОГРАФИЯ  ӨЛКӘҺЕ, Волга ‑ Урал  тарихи ‑ мәҙәни өлкәһе,  Урта Волга ‑ Урал буйы тарихи ‑ этнография өлкәһе,  Волга ‑ Урал тарихи ‑ мәҙәни төбәге, 2,5 мең йыл буйына  фин‑уғыр (мариҙар, мордвалар, удмурттар),  төрки (башҡорттар, сыуаштартатарҙар), көнсығыш славян  (белорустар, украиндар, урыҫтар)  һ.б. этностарҙың һәм этник  төркөмдәрҙең (йәһүдтәр, латыштар,  немецтар, поляктар, эстондар)  тарихи һәм мәҙәни үҫеше берлеге барлыҡҡа  килгән терр‑я. Дөйөм майҙаны  775 меңдән ашыу км2. В.‑У.т.‑э.ө.  Рәсәй Федерацияһының 6 республикаһы  (Башҡортостан РеспубликаһыМарий Эл, Мордовия, СыуашстанТатарстан, Удмуртия) йәки  Рәсәй империяһының 10 губернаһы  (Вятка губернаһы, Ҡазан губернаһыӨфө губернаһы, Пенза губ.,  Пермь губернаһы, Сембер губ., Түб.  Новгород губ., Һамар губернаһыҺарытау губернаһы, Ырымбур губернаһы)  терр‑ялары м‑н тиңләшә.  Берҙәм экосистеманы тәшкил итә.  Р.Ғ.Кузеев тарафынан был өлкәлә  9 этник миграция айырып күрһәтелә:  1) б.э.т. 2 мең йыллыҡ аҙ. —  1‑се мең йыллыҡ башы — финуғыр  ҡәбиләләре миграциялары; 2) б.э.т.  1‑се мең йыллыҡ — һиндиран ҡәбиләләре  хәрәкәтенең башланыуы  (б.э.т. 3 б. — б.э. 4 б. Башҡортостан  сарматтар күсеп ултырыу үҙәктәренең  береһенә әйләнә); 3) 2 б. —  һундарҙың Көнбайышҡа хәрәкәте  (ҡара: Халыҡтарҙың бөйөк күсенеше);  4) 9 б. — бәшнәктәрҙең Азиянан  Европаға миграцияһы; 5) 10 б. —  уғыҙҙарҙың һәм төркиҙәрҙең Азиянан  Европаға миграцияһы (9—11 бб.  бәшнәктәрҙең һәм уғыҙҙарҙың айырым  төркөмдәренең Урта Волга буйына,  Көньяҡ Уралға үтеп инеүе,  башҡорттарҙың этногенезында ҡатнашыуы);  6) б.э. 1‑се мең йыллығы —  Башҡортостан терр‑яһына төрлө фин-  уғыр ҡәбиләләренең күсеп ултырыуы:  башҡорттар м‑н венгрҙарҙың (ҡара:  Боронғо венгрҙар) этник составында  уртаҡ компоненттарҙың барлыҡҡа  килеүе, 9 б. бәшнәктәр ҡыҫымы аҫтында  башҡорттарҙың бер өлөшөнөң  венгрҙар м‑н бер этник терр‑яға китеүе;  7) 12 б. — Башҡортостан терр‑яһына  ҡыпсаҡтарҙың үтеп инә башлауы;  8) 13—14 бб. — монголдарҙың  яулап алыуы (ҡара: Монгол  империяһы) һәм Алтын Урҙаның  барлыҡҡа килеүе; 9) 16 б. 2‑се ярт. —  көнсығыш славяндарҙың Көнсығышҡа  хәрәкәте һәм Башҡортостандың  Рус дәүләтенә ҡушылыуы.  В.‑У.т.‑э.ө. этник тарихы, Кузеевҡа  ярашлы, түбәндәгесә күрһәтелә. Б.э.т.  4—3‑сө мең йыллыҡта Урал берлегенең  көнсығыш (самодийҙарҙың ата-бабалары) һәм көнбайыш (фин-уғырҙар)  төркөмдәргә бүленеүе; б.э.т. 2‑се се  мең йыллыҡта — б.э. 1‑се мең йыллығы уртаһында — фин‑уғыр нигеҙенең формалашыуы (фин‑уғыр берлегенән көнсығыш фин тармағының айырымланыуы һөҙөмтәһендә, уның волга һәм пермь төркөмдәренә бүленеүе, уларҙың үҙ‑ара йоғонтоһо нигеҙендә хәҙ. фин‑уғыр халыҡтарының төп ҡәбилә компоненттары барлыҡҡа килеүе). Артабан В.‑У.т.‑э.ө. этник процестары үҫешендә 5 төп этап айырыла: 1) б.э. 1‑се мең йыллығында башҡ., болғар, мари, мордва, удмурт этностары формалашыуының этник һәм мәҙәни нигеҙҙәре һалына; 2) 13 б. 1‑се сирегендә болғар халҡы һәм иртә башҡ., мари, мордва һәм удмурт халыҡтары формалаша; 3) 15 б. аҙ. — 16 б. башында башҡ., мари, мордва, сыуаш, татар, удмурт халыҡтары мәҙәниәте һәм теленең хәҙ. һыҙаттары барлыҡҡа килә; 4) 18 б. 2‑се ярт. Рәсәй дәүләте сиктәрендә этностарҙың этник составы һәм эске соц. структураһы үҙгәреш кисерә; 5) 19 б. Рәсәй составында был өлкә этностарының соц.‑мәҙәни интеграция процесы тәрәнәйә, уларҙың мәҙәниәте һиҙелерлек яңыра. 19 б. аҙ. — 20 б. башында Волга‑Урал өлкәһендәге төп (төрки һәм фин‑уғыр) халыҡтарҙың этно‑мәҙәни күрһәткестәре тигеҙләнеп, уларҙың этник үҙенсәлектәре һаҡланып ҡала һәм тәғәйен вазифаларын үтәүен дауам итә. Бәйләнештәр тығыҙ булған зоналарҙағы этно-мәҙәни ареалдар киҫешкән урындарҙа мәҙәниәттә (ҡара: Этник мәҙәниәт) һәм хужалыҡта (ҡара: Хужалыҡ‑мәҙәни типтар) ҡатнаш һыҙатлы этнографик төркөмдәр барлыҡҡа килә. 19—20 бб. араһында башҡ., мари, мордва, сыуаш, татар, удмурттар составында 120 этнографик төркөм һәм уларҙың өлөштәре айырылып сыға, шуларҙың 58‑е — 16 б. тиклем, 62‑һе 17—19 бб. ойоша. Урта Волга буйында һәм Көньяҡ Уралда урыҫтар тәүҙә урыны‑урыны м‑н генә таралған булһа, 18 б. улар йәшәгән урындар урыҫ халҡының төп этник терр‑яһы м‑н тоташа. 19—20 бб. өлкә терр‑яһында ш. уҡ белорус, йәһүд, латыш, немец, поляк, украин, эстон һ.б. этник төркөмдәр барлыҡҡа килә. 16—19 бб. этногенетик процестарҙың йүнәлештәре һәм һөҙөмтәләре тәбиғи- тарихи факторҙар һәм соц.‑сәйәси күрһәткестәрҙең үҙ‑ара йоғонтоһоноң ҡатмарлы бәйләнеше м‑н билдәләнә, был 16 б. урталарынан төбәктең Рәсәй составына инеүенең һәм дәүләттең эске өлкәһенә әүерелеүенең һөҙөмтәһе булып тора. 20 б. аҙ. өлкәнең үҫеше этностарҙың тупланыуға һәм төрлө кимәлдәге милли‑терр. статус алыуға яңы импульсы м‑н бәйле. Этнос‑ара тыныслыҡты һаҡлау, төбәктә йәшәгән этностарҙың һәм этник төркөмдәрҙең хужалыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлеге, тығыҙ этно‑мәҙәни үҙ‑ара бәйләнеше 19—20 бб. бөтә Волга‑Урал өлкәһенең һәм Башҡортостандың үҫеш үҙенсәлеге булып тора.

Әҙәб.: Об истории этнокультурных контактов индоевропейских, уральских и алтайских народов в Урало‑Поволжье //Вопросы этнической истории Южного Урала. Уфа, 1982; К у з е е в Р.Г. Башкортостан в Волго‑Уральском историко‑культурном регионе //Этносы и культуры на стыке Азии и Европы. Уфа, 2000.

 И.В.Күсемов, Г.Т.Әбйәлилова

Тәрж. Д.К.Үзбәков


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019