Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРҒАЯШ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ

Просмотров: 1048

АРҒАЯШ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Арғаяш район мәҙәниәт йортоноң башҡорт халыҡ драма театры. Силәбе өлк. Арғаяш а. урынлашҡан. 1989 й. башҡ. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1991 й. алып хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге сәхнәләштергән әҫ. — С.Ш.Поварисовтың “Туй бүләге” спектакле. 1989—2010 йй. театрҙа 17‑нән ашыу спектакль сәхнәләштерелә: М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” һәм “Ай тотолған төндә”, “Башмағым”, С.Й.Латипов һәм Х.Ғ.Фәтихованың “Көнләш, Америка, көнләш!”, Б.Бикбайҙың “Ҡарлуғас” һәм “Салауат”, Р.Ә.Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары”, Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Ул ҡайтты” һ.б. Театр составында: А.Х.Абдуллин, А.Х.Ишбирҙин, Р.Й.Мөхәмәтйәнов, З.А.Мәжитов, Х.В.Фазуллин, Ә.А.Халиҡова, И.Д.Хәйретдинов, В.Ғ.Һаҙыева, Ф.Х.Шафиҡова. Спектаклдәрҙең режиссёрҙары һәм муз. яҡтан биҙәүселәре — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре С.М.Солтанова (1‑се художество етәксеһе), Х.Х.Халиҡов; ҡуйыусы рәссамдары — Ф.Ф.Зөлфитдинова, Хәйретдинов. БР‑ҙа Силәбе өлк. мәҙәниәте көндәрендә (Өфө, 1992), “Театр яҙы” (“Театральная весна”) Оло Урал йәш театрҙарының төбәк фестивалендә (Нефтекама ҡ., 1994) ҡатнаша.

Тәрж. Г.С.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019