Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҘЫҠОВ Рәйеф Карам улы

Просмотров: 891

БАҘЫҠОВ Рәйеф Карам улы (25.1.1946, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Исламбаҡты а.), фоторәссам. РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1994) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы (1985), Фоторәссамдар союзы (1991) ағзаһы. 1963 й. алып 3‑сө төҙөлөш тресында (Өфө) эшләй, 1980 й. — “Вечерняя Уфа” гәз., 1983 й. — “Республика Башкортостан” гәз. фотокорреспонденты. Портрет (“Борис Домашников”, “Зәйнәп апай”, “Мостай Кәрим”), пейзаж (“Май һауаһы”, “Йәшен алдынан”, “Урал мотивы”) жанрҙарында эшләй. “Хәүеф зонаһы”, “Һиндостан һүрәттәре”, “Ир‑егет эше”, “Еңеү һалдаттары” репортаждар серияһы авторы. 1970 й. башлап “Вечерняя Уфа” гәз. эргәһендәге Өфө фотоклубы, 1979 й. — “Ағиҙел” кинофотоклубы ағзаһы. 1970 й. алып фотокүргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: “Тормош та, күҙ йәштәре лә, мөхәббәт тә” (1993), “Ваҡыт көҙгөһө” (1996), “Миҙгелдәр” (2001), “Асыштар юлы” (2006), “О, Париж!” (2010; бөтәһе лә — Өфө), “Минең Башҡортостаным” (Париж, 2010). Б. фотоһүрәттәре (100‑ҙән ашыу) Йәрмәкәй тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана. “Рәсәйҙең иң яҡшы фотоһүрәттәре” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (Мәскәү, 2010). Ш.Хоҙайбирҙин ис. (1995), Р.Исламов ис. (1999) пр. лауреаты.

Әҙәб.: 100 мгновений Раифа Бадыкова: фотоальбом. Уфа, 2001.

Р.И.Килмәмәтов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019