Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШАВТОТРАНС, ДУП

Просмотров: 1252

“БАШАВТОТРАНС”, ДУП. Дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль транспорты м‑н йөк һәм пассажирҙар ташыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: 25 филиал, Башҡортостан автовокзалдар һәм пассажирҙар автостанциялары производство берекмәһе, “Баштрансагентство”, “НефАЗ” сервис үҙәге, Комплектлаштырыу һәм производство-техник хеҙмәт күрһәтеү идаралығы, Ҡала пассажирҙар транспорты йөрөшө хеҙмәте, “Автозапчасть” з‑ды, Респ. уҡыу-курс комб‑ты һ.б. 2010 й. 8429 кеше эшләгән.

1921 й. Өфө губерна (1922 й. алып Башҡ‑н үҙәк) урындағы транспорт идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, 1930 й. башлап Башҡ‑н автомобиль транспорты идаралығы. 1955 й. алып “Башавтотрест” Башҡ‑н автотранспорт тресы, 1960 й. — Башҡ‑н автомобиль транспорты идаралығы, 1967 й. — Башҡ‑н транспорт идаралығы, 1980 й. — “Главбашавтотранс” Башҡ‑н терр. автомобиль транспорты ПБ. 1983 й. башлап “Б.” Башҡ‑н терр. автомобиль транспорты берекмәһе, 1988 й. — “Б.” Башҡ‑н терр. автомобиль транспорты ПБ, 1993 й. — “Б.” Башҡ‑н дәүләт дөйөм файҙаланыуҙағы автотранспорт АЙ, 1997 й. — хәҙ. статусын ала. “Б.” м‑н А.И.Барсуков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.Г.Луценко

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019