Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШВОЛГОТАНКЕР, ЯАЙ

Просмотров: 1313

“БАШВОЛГОТАНКЕР” судносылыҡ компанияһы, ЯАЙ. Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге йылға бассейндарында нефть продукттарын ташыуҙы, транспорт флотын комплекслы хеҙмәтләндереүҙе, суднолар ремонтлауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Компания составы: флотты таҙартыу участкаһы һәм йөҙмә догы булған Исмаил туҡталыу пункты (1980 й. нигеҙләнгән, Дүртөйлө р‑ны); туҡталыу пункты булған флоттың ремонт базаһы (1975, Благовещен ҡ.). 103,9 мең т дөйөм йөк күтәреүсәнлекле нефть флоты 27 буксир-этеүсе, 29 баржа, 18 ярҙамсы флот берәмегенән тора. 2010 й. 375 кеше эшләгән.

1948 й. Өфө файҙаланыу участкаһы булараҡ нигеҙ һалына, 1968 й. алып “Волготанкер” пароходсылығының Башҡ‑н район идаралығы, 1993 й. — «“Волготанкер” Волжское наливное пароходство» АЙ филиалы, 1995 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. “Б.” м‑н Ю.Г.Бештау һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: