Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

"БАШВТОРМЕТ", ААЙ

Просмотров: 1085

“БАШВТОРМЕТ”, Башҡортостан икенсел металдары, ААЙ. Тимер-томор, ҡара һәм төҫлө металл һыныҡтарын (ҡара: Икенсел ресурстар) йыйыу һәм эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: Өфө (1931 й. нигеҙләнгән), Раевка, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Яңауыл (бөтәһе лә — 1942), Ишембай (1943), Мәләүез, Октябрьский (икеһе лә — 1949), Приют, Сибай (икеһе лә — 1951), Күмертау (1956), Нефтекама (1961), Учалы (1963), Салауат (2002) цехтары; Бүздәк (1944), Иглин, Шишмә (икеһе лә — 1951), Өршәк (2010) участкалары, ремонт-төҙөлөш пр‑тиеһы, автотранспорт һәм кислород цехтары. 2010 й. 531 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — РФ‑тың металлургия пр‑тиелары.

1931 й. Икенсел ҡара металдарҙы әҙерләү, эшкәртеү һәм һатыу б‑са баш идаралыҡтың [Главвторчермет; 1948—51 йй. Икенсел металдарҙы әҙерләү, эшкәртеү һәм һатыу б‑са баш идаралыҡ (Главвтормет)] Өфө бүлексәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1942 й. алып Өфө контораһы, 1943 й. — Башҡ‑н респ. контораһы, 1951 й. —Башҡ‑н производство-әҙерләү идаралығы; 1959 й. башлап Тимер-томор, ҡара һәм төҫлө металл һыныҡтарын әҙерләү, эшкәртеү һәм һатыу б‑са баш идаралыҡтың (Росглаввтормет) Башҡ‑н респ. идаралығы; 1965 й. алып “Вторчермет” Башҡ‑н респ. производство-әҙерләү идаралығы, 1979 й. — Башҡ‑н респ. пр‑тиеһы, 1982 й. — Башҡ‑н респ. ПБ, 1991 й. — Башҡ‑н респ. ҡуртым берекмәһе; 1994 й. — “Втормет” ЯАЙ, 1998 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2001 й. хәҙ. статусын ала.

Ш.Ғ.Әбйәлилев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.05.2023