Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘЛӘБӘЙ УРЫҪ ХАЛЫҠ ИНСТРУМЕНТТАРЫ ХАЛЫҠ ОРКЕСТРЫ

Просмотров: 732

БӘЛӘБӘЙ УРЫҪ ХАЛЫҠ ИНСТРУМЕНТТАРЫ ХАЛЫҠ ОРКЕСТРЫ, Бәләбәй ҡ. Үҙәк мәҙәниәт һарайының урыҫ халыҡ инструменттары халыҡ оркестры. 1985 й. ойошторола, 1988 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында Рәсәй һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәре: П.Н.Крыловтың “Башҡорт биҙәктәре” (“Башкирские узоры”), К.Ф.Әһлиуллиндың “Ауылдағы киске уйын” (“Вечеринка за деревней”), М.А.Кюстың “Амур тулҡындары” (“Амурские волны”), И.А.Цветковтың “Интермеццо”, Е.П.Дербенконың “Ливны көйҙәре” (“Ливенские переборы”) һәм “Орёл моңдары” (“Орловская лирическая”), В.Монтиҙың “Чардаш” һ.б. Респ. оркестр һәм ансамблдәр смотр‑конкурсы (1988) һәм “Еңеү яҙы” (“Весна Победы”) Респ. халыҡ ижады фестивале (1995) лауреаты; Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (1987; бөтәһе лә — Өфө) һәм Төбәк‑ара таҡмаҡ һәм урыҫ йыры байрамы (Балаҡатай р‑ны Яңы Балаҡатай а., 2003) дипломанты. Художество етәксеһе — Крылов.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019