БЕЛЬСКИЙ Юрий Андреевич
БЕЛЬСКИЙ Юрий Андреевич (15.7.1927, Өфө — 6.2.2002, шунда уҡ), кинорежиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1985). Фоторәссамдар союзы ағзаһы (1992). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография ин‑ты эргәһендәге Квалификация күтәреү юғары курстарын тамамлаған (Мәскәү, 1989; Б.Н.Нащёкин курсы). 1951—86 йй. ӨАПБ‑ла эшләй: 1956 й. алып файҙаланыу һәм ремонт бюроһы начальнигы. Өфө агрегат производство берекмәһенең “Авангард” мәҙәниәт йорто эргәһендәге “Авангард” һәүәҫкәр к/ ст (1971, 1975 й. “халыҡ” исемен ала), киностудия эргәһендәге “Зеркало” балалар ижади берекмәһен (1976), Дим станцияһының 1‑се Май ис. клубы эргәһендәге киностудия филиалын (1987), “Кадр” ҡала киноклубын (1988; бөтәһе лә — Өфө) ойоштороусы һәм уларҙың етәксеһе. Киностудияла төшөрөлгән 60‑тан ашыу фильмдың реж., шуларҙың 29‑ы [“Һәр саҡ эҙләнеүҙә” (“Всегда в поиске”; 1974), “Бик аҙҙарҙан берәү” (“Один из немногих”; 1975), “Хәтер шишмәһе” (“Родник памяти”; 1987), “Аҡбирҙе моңдары” (“Акбердинские мотивы”; 1989), “Прелюдия” (1990)] Халыҡ-ара, Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильм кинофестивалдәре һәм конкурстары лауреаты була (42 диплом һәм 79 махсус приз). “Өфө ҡышы” Бөтә Союз һәүәҫкәр фильмдар фестивален (1976—82, 2 йылға 1 тапҡыр) ойоштороусы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).
Р.И.Килмәмәтов
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова