Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БИРСКИЙ ДИКСИЛЕНД”, джаз‑ансамбль

Просмотров: 890

“БИРСКИЙ ДИКСИЛЕНД”, Бөрө ҡала мәҙәниәт һарайының джаз‑ансамбле. 1969 й. ойошторола. 1997 й. “халыҡ” исеме бирелә. “Б.д.” составында А.В.Кардышев (банджо), И.М.Ғәлиәскәров (торба), В.И.Мәүлекәйев (тромбон), М.Б.Угольников (һуҡма инструменттар), В.М.Диязетдинова (кларнет), А.Л.Лепарский, А.В.Чернов, П.Г.Чудинов (бөтәһе лә — гитара). “Б.д.” репертуарында ватан [И.О.Дунаевскийҙың “Шаян ел” (“Весёлый ветер”), М.И.Блантерҙың “Минең һөйөклөм” (“Моя любимая”)] һәм сит ил [Л.Рапполоның “Ҡалай түбә блюзы” (“Блюз жестяной крыши”), Л.Армстронгтың “Һөйкөмлө ҡыҙ” (“Симпатичная девушка”), Дж.Германдың “Һаумы, Долли!” (“Хелло, Долли!”)] композиторҙарының вокаль һәм инструменталь әҫәрҙәре, традицион джаз темалары [“Йылға буйлап” (“Вниз по реке”), “Изгеләр маршы” (“Когда святые маршируют”)] һ.б. “Джаз‑форум” халыҡ‑ара фестивалендә ҡатнашыусы (Өфө, 1989). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалдәре (Өфө, 1987, 1989), респ. рок-төркөмдәр һәм эстрада оркестрҙары конкурсы (Нефтекама ҡ., 1990), “Джаз һәм башҡалар” (“Джаз и не только”) джаз муз. фестивале (Өфө, 2000), “Башҡортостан аҫылташтары” (“Самоцветы Башкортостана”) халыҡ ижады фестивале (Өфө, 2001), “Джаз‑фести- валь” (Өфө, 2004) лауреаты. Художество етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Б.Е.Угольников.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019