БАШҠОРТОСТАН ПРОИЗВОДСТВО КОМБИНАТЫ
566
БАШҠОРТОСТАН ПРОИЗВОДСТВО КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Сәхнә костюмдары тегеү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составы: тегеү, аяҡ кейеме һәм баш кейеме етештереү участкалары. 2010 й. 70 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре мәҙәниәт учреждениелары.
1961 й. БАССР хор йәмғиәтенең производство комб‑ты булараҡ нигеҙ һалына, 1984 й. алып Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең Башҡ‑н тәж. эксперименталь производство комб‑ты, 1987 й. — Бөтә Рәсәй музыка йәмғиәтенең Башҡ‑н эксперименталь производство комб‑ты, 1999 й. — Бөтә Рәсәй музыка йәмғиәтенең Башҡ‑н производство комб‑ты.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: