Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘРТӘ ЯРУСЫ

Просмотров: 1293

ӘРТӘ ЯРУСЫ, аҫҡы пермь бүлегенең аҫтан өсөнсө бүлексәһе. Һаҡмар ярусында ята, көңгөр ярусы менән ҡаплана. А.П.Карпинский тарафынан айырып күрһәтелә (1874), исеме Әртә заводынан алынған. Стратотибы балсыҡлы эзбизташтар ҡатыш полимиктлы терриген ултырмаларҙан тора; ҡалынлығы 600—1500 м. Фузулинидалар, аммоноидеялар, брахио­подалар һ.б. хас. Бурцев, ирген, сарга һәм һарына горизонттарына бүленә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә киҫелештең өҫкө өлөшөндә эре киҫәкле конгломерат ҡатламдары булған терриген ултырмалар өҫтөнлөк итә (ҡалынлығы яҡынса 1300 м). Урал алды бөгөлөнөң үҙәк өлөшөндә терриген‑карбонатлы тоҡомдарҙан ғибәрәт (ҡалынлығы 500 м тиклем). Ултырмалары ер өҫтөнә Архангел районында Тирәкле а. янындағы Баҫыу й., Ғафури районында “Красноусол” шифаханаһы эргәһендәге Тоҙйылға й., Мәләүез районында Һирәт утары янындағы Ағиҙел й. буйында, Шәкетау ятҡылығында (Стәрлетамаҡ районы) һ.б. урындарҙа сыға. Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш сиге буйлап риф барлыҡҡа килеүҙең аҙаҡҡы стадияһындағы айырым тубифитеса‑брахиопода‑бүздәкле риф ҡоролмалары булған киҫелештең карбонат тибы таралған (ҡалынлығы 500 м ашыу). Башҡортостандың платформалы өлөшөндә ҡатлаулы эзбизташтарҙан тора (ҡалынлығы 300 м).

Әҙәб.: Опорные разрезы верхнего карбона и нижней перми западного склона Урала и Приуралья. Свердловск, 1990.

Е.И.Кулагина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.09.2022
Связанные темы рубрикатора: