Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘСЕЛЕ ЯРУСЫ

Просмотров: 1177

ӘСЕЛЕ ЯРУСЫ, пермь системаһының (ҡара: Пермь) аҫҡы бүлексәһе. Гжель ярусында ята, һаҡмар ярусы менән ҡаплана. В.Е.Руженцев тарафынан Көньяҡ Урал янындағы Әселе й. (Оло Эйек й. ҡушылдығы) буйында айырып күрһәтелә (1954). Стратотибы конгломераттарҙан тора, өҫкө өлөшөндә органоген‑киҫәкле һәм афанитлы эзбизташтар ҡатыш ҡомташ‑балсыҡлы тоҡомдарҙан ғибәрәт; ҡалынлығы яҡынса 500 м. Фораминифералар, брахиоподалар, бүздәктәр, мәрйендәр һ.б. хас. Һалҡын үҙән һәм шихан горизонттарына бүленә. Башҡортостан территорияһында Ә.я. киҫелештең 4 тибынан тора. Флиш тибы Йүрүҙән‑Әй уйпатлығының көнсығыш борты буйлап таралған; ҡалынлығы — 950—1000 м. Депрессия тибы Урал алды бөгөлөнөң үҙәк өлөшөн биләй, ҡалынлығы яҡынса 35 м. Ултырмалары ер өҫтөнә Архангел районында Аҫҡын а. янындағы Ағиҙел, Һәләүек, Аҫҡын йй. һәм Тирәкле а. эргәһендәге Баҫыу й., Ғафури районында “Красноусол” шифаханаһы янындағы Тоҙйылға й., Салауат районында Лаҡлы а. эргәһендәге Әй й. буйында сыға. Ҡалынлығы 200—500 м булған риф тибы һәм ҡалынлығы 100—300 м булған ҡатлаулы эзбизташтар Урал алды бөгөлөнөң көнбайыш борты буйлап күҙәтелә.

Әҙәб.: Әртә ярусы мәҡ. ҡарағыҙ.

Е.И.Кулагина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.09.2022
Связанные темы рубрикатора: