Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСФАЛЬТ

Просмотров: 963

АСФАЛЬТ (гр. asphaltos — тау ыҫмалаһы), тәбиғи асфальт, мальталар һәм асфальтиттар араһында аралаш урынды биләүсе тәбиғи битумдар класы. Төҫө ҡуйы көрәндән ҡараға тиклем, ыҫмала ялтырауыҡлы һәм ҡыуыш һынылышлы. Йәбешкәк, ҡайһы берҙә ҡаты, тығыҙлығы — 1000—1120 кг/м3; май миҡдары — 25—40%, хлороформда яҡшы эрей, 20—100°C температурала йомшара. Ер ҡабығы янында нефттәрҙең гиперген үҙгәреүе һөҙөмтәһендә (әкренләп ауырайыуы һәм йәбешкәклеге артыуы менән нефттәрҙең аэроб һәм анаэроб окисланыуы), байтаҡ тәрәнлектә нефттәрҙең метаморфизмы ваҡытында йәки миграция барышында ыҫмалалы нефттәрҙең фильтрация дифференциацияһы юлы менән барлыҡҡа килә. Башҡортостанда А. ҙур булмаған юлаҡлы сығанаҡтары осрай. Инйәр й. бассейнында Оҙондар (“инйәр асфальты”, 19 б.), Еҙем й. бассейнында Ҡушйылға (“нефть күмере”, 20 б. башы) ятҡылыҡтары һәм Йүрүҙән й. бассейнында ҙур булмаған юлаҡлы сығанаҡтар билдәле. Тупланмаларҙың күбеһе эшкәртелгән.

Әҙәб.: Вахрушев Г.В. Горючие ископаемые Башкирии//Материалы по общей и прикладной геологии. Уфа, 1932. Вып.1; Успенский В.А., Радченко О.А., Глебовская Е.А. Основы генетической классификации битумов. М., 1964.

Э.М.Юлбарисов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: