ӘХМӘТОВ Илүс Ғәлим улы
ӘХМӘТОВ Илүс Ғәлим улы [13.11.1933, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Ишҡар а. (БР‑ҙың Илеш районы)], инженер‑нефтсе. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1994). Нефть сәнәғәте отличнигы (1983). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1957) 1959 й. тиклем “Туймазанефть” нефть промыслалары идаралығында оператор, 1960—62 йй. скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры, 1959—60 йй. “Башвостокнефтеразведка” тресында скважиналар һынау мастеры. 1966—74 йй. ӨДНТУ‑ның Октябрьский филиалында уҡыта, 1992—97 йй. нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалау һәм үҙләштереү кафедраһы мөдире. 1975—92 йй. И.М.Губкин исемендәге Дәүләт нефть һәм газ академияһында эшләй (1980 й. алып лаборатория мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу проблемаларына арналған. Ә. тарафынан ҡатламдар эсендәге көслө шартлау, ҡатламға импульслы электр‑гидравлик һәм импульс‑депрессион тәьҫир итеү технологиялары эшләнә һәм индерелә.
Тәрж. Э.М.Юлбарисов