Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАБАЛЯН Григорий Аветисович

Просмотров: 1902

БАБАЛЯН Григорий Аветисович (2.3.1913, Баҡы ҡ. — 13.6.1988, Өфө ҡ.), инженер-нефтсе. Техник фәндәр докторы (1958), профессор (1961). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973). Әзербайжан индустриаль институтын тамамлаған (Баҡы ҡ., 1938). 1940—56 йй. Баҡы ҡ. эшләй: “Лениннефть” тресының, 1941 й. алып Азнефтекомбинаттың өлкән инженеры, 1944 й. — Әзербайжан нефть сығарыу ҒТИ‑нда лаборатория мөдире, бүлек мөдире. 1957 й. башлап Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтында директор урынбаҫары, 1964 й. — директор, 1980 й. — Куйбышев политехник институтында, 1985 й. алып Ташкент университетында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн өҫкө йөҙҙә актив матдәләрҙе ҡулланыу проблемаларына арналған. И.М.Губкин исемендәге премия лауреаты (1971). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) ордендары менән бүләкләнгән.

Хеҙм.: Применение поверхностно-активных веществ с целью увеличения нефтеотдачи. М., 1970 (авторҙ.); Физико-химические процессы в добыче нефти. М., 1974; Применение карбонизированной воды для увеличения нефтеотдачи. М., 1976 (авторҙ.).

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.09.2022
Связанные темы рубрикатора: