Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙҠЫБАШ-ҠОЛҒАН УЙПАТЛЫҒЫ

Просмотров: 1114

БАЙҠЫБАШ-ҠОЛҒАН УЙПАТЛЫҒЫ, беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. М.М.Алиев тарафынан венд ултырмаларында айырып күрһәтелә (1977). Аҫтына түшәлгән архей-урта протерозой һәм рифей ҡатламдарына ҡарата япма булып тора. Көньяҡ Урал яны буйлап һуҙыла, Башҡортостандың үҙәк, көнсығыш һәм көньяҡ өлөштәрен һәм Ырымбур өлкәһенең төньяҡ өлөшөн үҙ эсенә ала. Төньяҡта — Камбар-Яныбай биләне, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта Ырымбур көмбәҙе һәм Стәрлетамаҡ структуралы суҡағы менән сиктәш; көнбайыш сиге вендтың ҡайыр һәм шкапов сериялары ҡомло‑балсыҡлы ултырмаларының юҡҡа сыҡҡан һыҙығы менән билдәләнә, көнсығышта Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүе менән сиктәш (ҡара: Тектоника). Б.‑Ҡ.у. киң һөҙәк борттары һәм венд ҡатламдарының ҡалынлығы 1100—1400 м еткән сағыштырмаса бәләкәй майҙанлы үҙәк өлөшө бар. Венд осоро аҙағына өҫтө йырғыланған була.

Әҙәб.: Геология и нефтегазоносность рифейских и вендских отложений Волго-Уральской провинции. М., 1977.

Р.Х.Мәсәғүтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.09.2022
Связанные темы рубрикатора: