Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙМӨХӘМӘТОВ Казбек Сәғит улы

Просмотров: 2067

БАЙМӨХӘМӘТОВ Казбек Сәғит улы (31.3.1931, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы а. — 4.6.2014, Өфө ҡ.), нефтсе‑геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1989). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1981) һәм почётлы нефтсеһе (1991). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1953) “Туймазанефть” НГДУ‑ында эшләй, 1966 й. алып “Башнефть” ПБ‑ның бүлек начальнигы, баш геологы—начальник урынбаҫары. 1973—2007 йй. Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть геологияһы, нефть һәм газ запастарын иҫәпләү, нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү проблемаларына арналған. 20‑нән ашыу нефть һәм газ ятҡылығын (Борай, Раевка, Сатай һ.б.) асыуҙа ҡатнаша. Октябрь Революцияһы (1986), “Почёт Билдәһе” (1971) ордендары менән бүләкләнгән.

  Хеҙм.: Геология и разработка крупнейших уникальных нефтяных и нефтегазовых месторождений России. М., 1996 (авторҙ.); Геологическое строение и разработка Арланского нефтяного месторождения. Уфа 1997 (авторҙ.); Геологическое строение и разработка нефтяных и газовых месторождений Башкортостана. Уфа, 1997 (авторҙ.).

 

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.08.2022
Связанные темы рубрикатора: