Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИЖЕГОРОДКА, Өфө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 841

НИЖЕГОРОДКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Зубов а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Өршәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 572 кеше; 1920 – 987; 1939 – 710; 1959 – 831; 1989 – 1729; 2002 – 2075; 2010 – 2541 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Н. “Башсельэнерго” ААЙ урынлашҡан; урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 18 б. башында Өфө өйәҙендә Куровский исеме м‑н Куровскийҙарҙың ауылы булараҡ нигеҙ һалынған, тип фараз ителә. 1865 й. 69 йортта 407 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Елем ҡайнатыу, 4 ҡайыш һәм 39 күн эшкәртеү з‑дтары булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) күн эшкәртеү з‑дтары, тирмән, шарап, һыра һәм 5 бакалея кибете теркәлгән. П.З.Буйлов ошо ауылда тыуған.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019