Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРИТ, минерал

Просмотров: 1303

БАРИТ, ауыр шпат, сульфаттар класы минералы, BaSO4; составында стронций, кальций, ҡурғаш ҡушылмалары булыуы мөмкин. Кристалдары пластинка йәки призма рәүешендә. Текстураһы киң, ҡаты бөртөклө, һыҙыҡлы. Төҫө аҡ, һоро, зәңгәрһыу, төҫһөҙ һ.б.; ҡатылығы — 3,0—3,5, тығыҙлығы — 4500 кг/ м3 яҡын. Быяла кеүек ялтыр, йәбешмәлеге камил. Барий тоҙҙарын алыу өсөн, быраулау иретмәләрен ауырайтҡыс сифатында, лак-буяу сәнәғәтендә һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда Б. ятыштары урта һәм өҫкө рифейҙа (Берәтәк, Ирлән һәм Ҡужа ятҡылыҡтары) һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының (Сибай, Учалы һ.б. ятҡылыҡтар) окисланыу зоналарында билдәле.

Әҙәб.: Казаков Р.С. Баритовые месторождения на Южном Урале //Разведка и охрана недр. 1973. №2; Минерально-производственный комплекс неметаллических полезных ископаемых Республики Башкортостан. Казань, 1999.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2022
Связанные темы рубрикатора: