Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШКИРГЕОЛОГИЯ”, ААЙ

Просмотров: 1513

“БАШКИРГЕОЛОГИЯ”, ААЙ. Башҡортостанда ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар һәм ер аҫты һыуҙарына геол. разведка эштәре алып бара. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: Сибай һәм Учалы филиалдары, үҙәк комплекслы лаборатория. 1200 м тиклем тәрәнлектә эҙләнеү һәм разведкалау эштәре алып барыу өсөн быраулау ҡулайламалары м‑н йыһазландырылған. 2009 й. 499 кеше эшләгән. 1930 й. Башҡ‑н геол. разведка район идаралығы булараҡ асыла. 1931 й. алып Башҡ‑н геол. разведка тресы, 1938 й. — Башҡ‑н дәүләт геол. идаралығы, 1949 й. — Көньяҡ Урал геол. идаралығы, 1957 й. — Көньяҡ Урал терр. геол. идаралығы, 1961 й. — Башҡ‑н терр. геол. идаралығы, 1979 й. — хәҙ. исемде йөрөткән ПБ, 1994 й. хәҙ. статусын ала. БР терр‑яһының геол. төҙөлөшөн өйрәнеү, ерҙе геол. төшөрөү, геофизик, металгеник тикшереү, гидрогеол. һәм геол. карталар төҙөү эштәрен алып бара. “Б.” тарафынан респ. бөтә тау‑ҡаҙылма һәм башҡа сәнәғәт пр‑тиеларының минераль сеймал базаһы ойошторола һәм тулыландырып торола. 19 тимер мәғдәне (Белорет металлургия комбинаты файҙалана), 16 баҡыр колчеданы мәғдәне (Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты), 53 төп һәм һибелмә алтын, 2 таш тоҙ һәм карбонат сеймалы (“Сода” ААЙ), 5 һоро күмер, 500‑гә яҡын төҙөлөш материалдары һ.б. ятҡылыҡтар асыла. “Б.” м‑н Ю.А.Болотин, Г.И.Водорезов, В.М.Латыш, Б.Д.Мәһәҙиев, В.М.Попов, В.Д.Семёнов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.А.Захаров

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019