Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БҮЛӘКӘНОВ Рәхмәтулла Ғөбәйт улы

Просмотров: 1140

БҮЛӘКӘНОВ Рәхмәтулла Ғөбәйт улы (1909, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Мостай а. — 7.9.1981, Өфө), ҡурайсы. 1941—75 йй. Башҡ. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) ҡурайсыһы. 1943 й. Башҡорт филармонияһының концерт бригадаһы составында фронтҡа бара. Б. уйнауы бай биҙәкләү, юғары башҡарыу оҫталығы м‑н айырылып тора. Башҡ. муз. сәнғәте тарихына ул Көньяҡ Урал халыҡ ҡурайсыларының боронғо традицияларын дауам итеүсе булараҡ инә. Репертуарында 100‑ҙән ашыу оҙон көйҙөң (“Баяс”, “Бейеш”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Зөлхизә”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡолой кантон”, “Сәлимәкәй”, “Сибай”, “Тәфтиләү”, “Урал”, “Һандуғас” һ.б.) инструменталь варианты бар.

Әҙәб.: Шәкүр Р. Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019