БЕККЕР Юрий Рафаилович
БЕККЕР Юрий Рафаилович (11.10.1931, Һамар ҡ. — 11.9.2013, Санкт‑Петербург ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1983). ЛДУ‑ны тамамлаған (1954). Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының кембрий алдын өйрәнеү менән бәйле. Таулы Башҡортостан вендында боронғо эдиакар фаунаһын беренсе асыусы. Б. кембрий алдының формация үҙенсәлектәрен өйрәнгән, кембрий алды комплекстары стратиграфик бүлгеләнеүенең литологик критерийҙарын эшләгән. 1970—2000 йй. СССР һәм РФ Дәүләт геологик карталарының Көньяҡ Урал серияһы баш мөхәррире.
Х е ҙ м.: Протерозой Урала //Геологическое строение СССР. Т.1. М., 1968; Молассы докембрия. Л., 1988.
В.А.Маслов
Тәрж. Э.М.Юлбарисов