Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛОРЕТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ

Просмотров: 1323

БЕЛОРЕТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ, өҫкө кембрий алды тау тоҡомдарының урындағы юғары баҫымлы стратиграфик бүлексәһе. Д.Г.Ожиганов Белорет ҡ. районында айырып күрһәтә (1940). А.И.Иванов (1948), Н.Ф.Решетников (1962—66), П.Н.Швецов (1962—76), А.А.Алексеев (1970) тарафынан өйрәнелә. Мәйәрҙәк антиклинорийын төҙөй. Көнсығышта Уралтау зонаһы, көньяҡта Йылайыр синклинорийы, көнбайышта Яланғас синклинорийы менән сиктәш. Б.м.к. аҫҡы рифейҙа (бөрйән) 120—130 м ҡалынлыҡтағы бүгәнәк (ҡомташлы кварцит, балсыҡлы һәүерташ, эзбизташ), 700—1200 м ҡалынлыҡтағы ҡыҙылташ (кристаллы һәүерташ, эзбизташ) свиталарына; урта рифейҙа (юрматыни) — 150—600 м ҡалынлыҡтағы айыусапҡан (мусковит-кварцлы, мусковит‑хлорит- кварцлы һәүерташ, кварцит, амфиболит), 150—300 м ҡалынлыҡтағы бәләтәр (күмерле‑балсыҡлы һәүерташ, кварцит, амфиболит), 250—350 м ҡалынлыҡтағы егәлгә (мусковит‑кварцлы һәүерташ, кварцит), 750—1000 м ҡалынлыҡтағы егәҙе‑комаровка (мусковит‑хлоритоид‑кварцлы графитлы һәүерташ, кварцит) свиталарына һәм әүжән свитаһына; өҫкө рифейҙа (ҡаратау) — яҡынса 700 м ҡалынлыҡтағы елмәрҙәк (кварцит, мусковит-кварцлы һәүерташ) һәм яҡынса 450 м ҡалынлыҡтағы ҡытау (мәрмәрләнгән эзбизташ) свиталарына бүленә. Ултырмалар төньяҡта Тирлән й. алып көньяҡта Белорет районы Үҙән а. тиклем Ағиҙел й. уң ярында таралған (оҙонлоғо — яҡынса 100 км, киңлеге — 40 км тиклем). Метаморфизмдың йәше — һуң венд (яҡынса 600 млн йыл). Тәрән йырынлы һәм ауышыу мөйөштәре ярашмаған комплекс тоҡомдары палеозой ҡатламдары (ордовик ҡомташы) менән ҡаплана. 90%‑ы метаморфланған ултырма (кварцит, кристаллы һәүерташ, мәрмәр), 5—10%‑ы магмалы (амфиболит, эклогит) тоҡомдарҙан тора; Б.м.к. ҡалынлығы 3600—4300 м. Комплексҡа көрән тимер мәғдәне, магнезит, авантюрин, тау гәлсәре, кварц юлағы сығанаҡтары тура килә.

   Әҙәб.: Геология СССР. Т.13. Ч.1. М., 1964; Ш в е ц о в П.Н. Стратиграфия белорецкого комплекса Южного Урала //Советская геология. 1980. №3.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.12.2022
Связанные темы рубрикатора: