Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУРАНҒОЛОВ Мәжит Фазлый улы

Просмотров: 920

БУРАНҒОЛОВ Мәжит Фазлый улы (1904, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Ильяс а., хәҙ. Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны Үрге Ильяс а., — 7.3.1943, Смоленск өлк. Выдро а. янында), халыҡ йырсыһы, музыкант. Б.В. уғышында ҡатнашыусы. Ырымбур башҡ. пед. техникумын тамамлаған (1927), 1934—38 йй. мөхәррир-тәржемәселәр курсында (Ленинград) уҡыған. 1927—30 йй. БАССР‑ҙың Маҡар р‑нында (хәҙ. БР‑ҙың Ишембай р‑ны) уҡытыусы, 1930—34 йй. һәм 1938 й. алып “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәз. хеҙм‑ре булып эшләй. Башҡ. йыр фольклоры белгесе; уның муз. һәләте күп яҡлы, ижады бик күп халыҡ музыкаһы жанрҙарын һәм формаларын үҙ эсенә ала. Башҡарыу оҫталығы бай хислелек, күтәренке рух һәм артистизм м‑н айырылып тора. Б. байтаҡ башҡ. муз.‑поэтик классика өлгөләрен (“Ашҡаҙар”, “Бейеш”, “Зөлхизә”, “Ҡолой кантон”, “Сыңрау торна”, “Ялан Йәркәй” һ.б.), “Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре” йыйынтығына ингән бер нисә “зимагор” йырын яҙып ала. Б. — тәүге урыҫса‑башҡортса һүҙлектең (М., 1948) мөхәррир‑төҙөүселәренең береһе.

Әҙәб.: Лебединский Л.Н. Мажит Бурангулов. М., 1963.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019