Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛЯЕВ Михаил Андреевич

Просмотров: 1188

БЕЛЯЕВ Михаил Андреевич (1.6.1930, Владикавказ ҡ. — 6.12.1989, Учалы ҡ.), тау инженер‑технологы. Техник фәндәр кандидаты (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған металлургы (1987), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), СССР төҫлө металлургияһының иң яҡшы уйлап табыусыһы (1986). Төньяҡ Кавказ тау металлургияһы институтын тамамлағандан һуң (Орджоникидзе ҡ., 1955) Лениногорск байыҡтырыу фабрикаһында (Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе), 1962 й. алып Сибай, 1966 й. — Гай байыҡтырыу фабрикаларында корпус начальнигы булып эшләй. 1970—71 йй. Медет баҡыр‑молибден комбинатының (Болгария) баш инженеры, 1974 й. башлап Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты директоры. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге сеймалды комплекслы эшкәртеүҙең яңы ысулдарын индереү, минераль составы ҡатмарлы булған колчеданлы мәғдәндәрҙе байыҡтырыуҙы автоматлаштырыу менән бәйле. Б. тарафынан файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығын әҙерләү һәм асыу, флотация, сығарылған продукцияның һыуын ҡоротоу һәм киптереү процестары менән идара итеү алымдары эшләнгән; илдәге тау‑байыҡтырыу комбинаттарында индерелгән цианидтарҙы ҡулланмай эзбизле мөхиттә баҡыр‑цинк мәғдәндәренең селектив флотацияһы ысулы уйлап табылған. СССР МС‑ы премияһы лауреаты (1983, 1988). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) ордендары менән бүләкләнгән. Учалы ҡ. урамға Б. исеме бирелгән.

М.Ғ.Моталов, П.И.Пирожок

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2022
Связанные темы рубрикатора: