Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЛАГОВЕЩЕН УЙПАТЛЫҒЫ, тектоник структура

Просмотров: 1334

БЛАГОВЕЩЕН УЙПАТЛЫҒЫ, Волга‑Кама антеклизаһы эсендәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. Протерозой һәм палеозой ултырмаларында айырыла. Б.у. кристаллы нигеҙ өҫтөнән башлап һәм рифей‑венд ҡатламында Благовещен уйһыулығы һәм Благовещен депрессияһы тура килә, был Б.у. ҡатламдарҙы үтәнән‑үтә тишеп сыҡҡан уйпатлыҡтар тибына индерергә мөмкинлек бирә. Палеозой киҫелеше буйынса структура формалары рельефлылығының һүлпәнәйеүе күҙәтелә. Уйпатлыҡтың морфологияһы ҡултыҡ рәүешендә, Ағиҙел депрессияһы яғына асыла. Йүнәлеше төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай. Төньяҡта — Башҡорт көмбәҙе, көньяҡта — Көньяҡ Татар көмбәҙе, көнбайышта — Бөрө биләне һәм көнсығышта Ағиҙел депрессияһы менән сиктәш (ҡара: Тектоника). Оҙонлоғо 150 км, киңлеге 110 км. Палеозой ҡатламдарында Б.у. көньяҡ-көнсығышҡа табан ауышҡан. Аҙ һиҙелгән көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш борты, текә төньяҡ-көнсығыш борты бар, структураның төбө яҫы. Урал алды бөгөлөнә тоташҡан күсәр өлөшөндә төбөнөң күсәр буйынса аҙ ғына түбәнәйеүе күҙәтелә. Көнбайыш һәм төньяҡ‑көнбайыш өлөштәрендә Бөрө биләненән ингән Баҙы, Саҡмағош, Ҡарайерек, Андреевка урҙарының остары тигеҙләнә. Б.у. ҡалған территорияһында ур структуралары субмеридиональ (субурал) йүнәлешле, терриген девон һәм аҫҡы карбон, карбонатлы өҫкө девон һәм урта карбон горст һыма структураларының һәм ярыҡ (грабен) янындағы урҙарға тура килә. Б.у. Алкин, Боҙаяҙ, Сергеевка һ.б. нефть ятҡылыҡтары инә. Яңы ятҡылыҡтар асыу перспективалары грабен рәүешле бөгөмдәр, горст һымаҡ зоналар һәм борт өлөштәре дауамдарындағы палеозой тышлығын тикшереүгә бәйле.

  Әҙәб.: Х а ч а т р я н Р.О. Тектоническое развитие и нефтегазоносность Волжско‑Камской антеклизы. М., 1979; Л о з и н Е.В. Тектоника и нефтеносность платформенного Башкортостана. В 2 ч. Ч.2. М., 1994.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.12.2022
Связанные темы рубрикатора: