Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЛОХИН Алексей Александрович

Просмотров: 1463

БЛОХИН Алексей Александрович (30.5.1897, Ярославль губернаһы Головин а. 6.10.1942, Ишембай ҡ.), инженер‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1937), профессор (1937). Мәскәү тау академияһын тамамлағандан һуң (1929) “Уралнефть” тресы Стәрлетамаҡ разведка быраулауы контораһының баш геологы, 1934 й. алып СССР Ауыр сәнәғәт ХК Баш геология идаралығының начальник урынбаҫары, 1941 й. башлап Башҡортостан нефть экспедицияһы начальнигы урынбаҫары (Ишембай ҡ.) һәм СССР ФА Геология фәндәре институтының (Мәскәү ҡ.) директор урынбаҫары булып эшләй. Башҡортостанда нефткә тәүге геологик эҙләнеү эштәрен ойоштороусы. Б. етәкселегендә Ишембай нефть ятҡылығы асылған. Б. нефтле массивтарҙың рифлы тәбиғәте (ишембай тибы) тураһында фараз әйтә. Б. исеме менән Ишембай ҡ. урам аталған һәм уға һәйкәл ҡуйылған.

  Х е ҙ м.: Стратиграфия палеозойских отложений бассейна рек Нугуша и Белой //Известия Академии наук СССР. Серия геологическая. М., 1947. №3.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.11.2022
Связанные темы рубрикатора: