Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО УРАЛ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ

Просмотров: 1139

ОЛО УРАЛ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ, баҫымһыҙ һәм баҫымлы ҡабыҡ‑блок (ҡатлам‑блок һәм ҡатлам) һыуҙарын үҙ эсенә ала, Таймыр‑Урал ҡабыҡ (юлаҡ‑блок, ҡатлам‑блок һәм ҡатлам) һыуҙары бассейндары системаһының беренсе дәрәжәле бассейны. Көньяҡ Уралдың таулы‑йыйырсыҡлы өлкәһе һәм көнсығыш битләүе инә (ҡара: Гидрогеологик районлаштырыу). Геологик‑гидрогеологик үҙенсәлектәре буйынса икенсе дәрәжәләге бассейндарға бүленә: Урал баҫымлы юлаҡ‑блок һыуҙары бассейны һәм Көнбайыш Урал баҫымлы ҡатлам‑блок һыуҙары бассейны, улар өҫкө баҫымһыҙ һыуҙар гидродинамик ҡатына һәм аҫҡы баҫымлы һыуҙар ҡатына айырыла. Урал бассейны өҫкө ҡаты протерозойҙан алып өҫкө палеозойға тиклем ултырма, метаморфик, вулкан‑ултырма, эффузив һәм интрузив тау тоҡомдарының экзоген һәм эндоген сатналған зоналарында формалаша. Карбонатлы булмаған тоҡомдарҙа сатнаған зоналарҙың ҡалынлығы — яҡынса 60 м, карбонатлы тоҡомдарҙа — 250 м тиклем, тектоник һынылыштар буйлап — 300 м тиклем һәм унан да күберәк. Ер аҫты һыуҙарының ятыш тәрәнлеге битләүҙәрҙә — яҡынса 20 м, һырттарҙа — 80 м тиклем, карбонатлы тоҡомдарҙа — 200 м тиклем, йылғаларҙың ҡом‑ҡырсынташлы ҡатламдарында — яҡынса 5 м. Карбонатлы тоҡомдарҙа сатнау һыуҙары Тирлән а. янында (Белорет ҡ.) һәм Белореттан түбәнерәк Ағиҙел й. буйында таралған. БР‑ҙың көнсығыш сиге буйлап, карбондың терриген‑карбонатлы ултырмаларында һәм юра, аҡбур, палеогендың терриген ултырмаларында, ҡатлам һыуҙары таралған. Ер аҫты һыуҙарының хәрәкәте урындың дөйөм ауышлығы яғына, төшөүе — гидрографик селтәргә табан бара. Терриген тоҡомдарҙан шишмә дебиттары — 5 л/с тиклем, карбонатлы тоҡомдарҙан — 100—300 л/с тиклем. Карбонатлы булмаған тоҡомдарҙа һыу кимәленең тирбәлеш амплитудаһы 0,3—5 м, карбонатлы тоҡомдарҙа — 18 м тиклем тәшкил итә. Урал бассейнының үҙәк өлөшөндә ер аҫты аҡмаһының минималь модуле — 4 л/с•км2 тиклем, минераллашыуы — 0,1—0,3 г/л; көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә — ошоға ярашлы 0,5 л/с•км2 тиклем һәм 10—20 г/л. Ер аҫты һыуҙарының ресурстары — тәүлегенә 3804,7 мең м3, ш. иҫ. сөсө һыуҙарҙың — тәүлегенә 3795,7 мең м3. Көнбайыш Урал баҫымлы ҡатлам‑блок һыуҙары бассейны Көньяҡ Уралдың алғы һырттары теҙмәһен үҙ эсенә ала. Йыйырсыҡтарҙа урынлашҡан һәм һынылыштарға дусар булған девон һәм карбондың карбонатлы тоҡомдарында формалаша. Сатнау‑карст һыуҙары өҫтөнлөк алған. Текә битләүҙәр янында баҫымһыҙ һыуҙарҙың ятыш тәрәнлеге — 200 м тиклем. Йәй шишмә дебиттары — 300 л/с. Батыу һәм һынылыш зоналарында һыуҙарҙың хәрәкәте көнбайышта дөйөм батыу яғына һәм меридиональ һынылыштар, йыйырсыҡтар буйлап бара. Тоҡомдарҙың Урал алды бөгөлө яғына батыуы минераль һыуҙарҙың формалашыуына булышлыҡ итә, улар урыны менән Аҫҡын, Баҫыу, Еҙем йй. ярҙары буйлап төшә. Сөсө һыуҙарҙың ресурстары — тәүлегенә 1040,2 мең м3. Урал һәм Көнбайыш Урал бассейны аҫҡы ҡаттары карбонатлы тоҡомдарҙа һәм һынылыш зоналарында таралған, аҙ өйрәнелгән.

В.Ф.Ткачёв

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.11.2022
Связанные темы рубрикатора: