Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОРОДАЕВСКАЯ Мария Борисовна

Просмотров: 943

БОРОДАЕВСКАЯ Мария Борисовна (19.12.1911, Тифлис ҡ. — 11.11.1994, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1949), профессор (1964). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1991). Мәскәү геологик разведка институтын тамамлаған (1934). 1936 й. алып Төҫлө һәм затлы металдарҙың Үҙәк ғилми-тикшеренеү геологик разведка институтында (Мәскәү ҡ.; 1965 й. башлап бүлек мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге петрография һәм металлогения, Кавказдың, Урта Азияның, Мәғдәнле Алтайҙың, Үҙәк Ҡаҙағстандың алтын мәғдәне ятҡылыҡтарын, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын һәм Башҡортостандың Урал аръяғын өйрәнеүгә бәйле. Гай, Сибай, Учалы һ.б. ятҡылыҡтарҙа тау тоҡомдарында мәғдәндең барлыҡҡа килеүе контраст һәм өҙлөкһөҙ вулканоген формациялар, конкрет вулканик фациялар һәм структуралар менән бәйле булыуын раҫлай. Октябрь Революцияһы (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1951, 1963) ордендары менән бүләкләнгән. Н.И. һәм М.Б.Бородаевскийҙар исемендәге премия булдырылған (1995).

  Х е ҙ м.: Типы рудных районов колчеданоносных провинций Южного Урала и Западного Казахстана. М., 1973; Основы структурно‑формационного анализа колчеданоносных провинций. М., 1977 (авторҙ.).

И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.03.2023
Связанные темы рубрикатора: