Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОРОДАЕВСКИЙ Николай Иванович

Просмотров: 928

БОРОДАЕВСКИЙ Николай Иванович (14.4.1907, Екатеринбург ҡ. — 14.8.1989, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1965). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1987). Урал тау институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1928). 1936—89 йй. Төҫлө һәм затлы металдарҙың Үҙәк ғилми‑тикшеренеү геологик разведка институтында (Мәскәү ҡ.) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге Уралдағы һәм илдең башҡа төбәктәрендәге алтын мәғдәне ятҡылыҡтарын өйрәнеү: мәғдән майҙандарының структураһы, алтын мәғдәнләнеүенең локалләшеү законлыҡтары, мәғдән барлыҡҡа килеүенең һәм метасоматоздың үҙ-ара бәйләнеше, ятҡылыҡтарҙы типлаштырыу, “баҫҡыслы” алтын мәғдәне юлаҡтары төҙөү һ.б. менән бәйле. 1937—39 йй. БАССР‑ҙың Учалы районы Миндәк мәғдән майҙанындағы алтындың генезисы һәм таралыуы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштерә. “Почёт Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән (1962). Н.И. һәм М.Б. Бородаевскийҙар исемендәге премия булдырылған (1995).

  Х е ҙ м.: Берёзовское рудное поле. М., 1947 (авторҙ.).

И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.12.2022
Связанные темы рубрикатора: