Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БРЕКЧИЯ, тау тоҡомо

Просмотров: 1109

БРЕКЧИЯ (итальянса breccia), бер төрлө йәки төрлө‑төрлө тигеҙһеҙ ватыҡтарҙан (10 мм ашыу) һәм цементтан торған тау тоҡомо. Б. ингән ватыҡтар составы буйынса ғәҙәттә цементтан ҡырҡа айырыла, тик ҡайһы берҙә уға оҡшаш булыуы мөмкин. Ватыҡтарының үлсәме буйынса Б. ҙур киҫәклеләргә (1000 мм ашыу), эре, уртаса һәм ваҡ ватыҡлыларға (1000—100 мм), эре, уртаса һәм ваҡ ташлыларға (100—10 мм) айыралар. Башҡортостанда бөтә төрө осрай; Магнитогорск мегасинклинорийында таралған вулканик Б. өйрәнелгән.

  Әҙәб.: Р у х и н Л.Б. Основы литологии. Учение об осадочных породах. Л., 1961.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.11.2022
Связанные темы рубрикатора: