Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨРЙӘНИ

Просмотров: 1125

БӨРЙӘНИ, рифейҙың түбәнге хроностратиграфик бүлексәһе. Йәше 1650—1350±50 млн йыл. Ултырмалары йырын һәм ауышыу мөйөштәре ярашмаған рәүештә архей‑иртә протерозой ҡатламдарында ята, улар өҙөк һәм ауышыу мөйөштәре ярашмаған рәүештә юрматыни менән ҡаплана. Микрофоссилийҙар, строматолиттар һәм микрофитолиттар хас. Б.М.Келлер айырып күрһәтә (1952). А.И.Олли (1948), А.И.Иванов (1949), М.И.Гарань (1966), О.П.Горяинова һәм Э.А.Фалькова (1937, 1940), В.И.Козлов (1989) һ.б. тасуирлай. Б. ултырмалары Башҡорт мегантиклинорийының көмбәҙ өлөшөндә киң таралған, унда улар бөрйән серияһына (ҡалынлығы 4400—6000 м) айырылған. Мегантиклинорийҙың төньяҡ өлөшөнә әй, һатҡы һәм баҡал свиталарын үҙ эсенә алған бөрйән серияһының стратотибы тура килә. Шул свиталарҙың ултырмалары менән Тараташ антиклиналенең ҡанаттары һалынған. Башҡ. мегантиклинорийы күсәр зонаһының көньяҡ өлөшөндә һәм Ямантау антиклинорийында әй, һатҡы һәм баҡал свиталарының аналогтары булып оло инйәр, соран һәм юша свиталары (ҡалынлыҡтары 3700—5200 м) тора. Белорет метаморфик комплексының Мәйәрҙәк антиклинорийы ядроһында Б. бүгәнәк һәм ҡыҙылташ свиталары ингән. Оло инйәр свитаһы (кварцлы һәм ялан шпатлыкварцлы ҡомташ, алевролит, балсыҡлы һәүерташ, эзбизташ, доломит; ҡалынлығы яҡынса 2150 м) Ямантау антиклинорийының көмбәҙ өлөшөндә төньяҡта Оло Инйәр й. алып көньяҡта Бағраш й. тиклем һыҙат (киңлеге 0,5—1,0 алып 4—5 км тиклем) булып һуҙыла. Соран свитаһы (доломит, эзбизташ, балсыҡлы һәм углеродлы‑балсыҡлы һәүерташ, һирәк — кварцлы алевролит һәм ҡомташ; ҡалынлығы 1000—2700 м) Бәләкәй Ямантау тауы, Ҡараташ, Юша һәм Юрматау һырттары районында Ямантау антиклинорийы күсәр зонаһының ҙур өлөшөн алған. Юша свитаһы (кварцлы һәм ялан шпатлы‑кварцлы ҡомташ, алевролит, балсыҡлы һәүерташ; ҡалынлығы 650—1050 м) Ямантау антиклинорийы ҡанаттарында таралған. Көнбайыш ҡанатында төньяҡта Межгорье ҡ. алып көньяҡта Ағиҙел й. тиклем (киңлеге — 2—3 км), көнсығыш ҡанатында төньяҡта Белорет районы Тирлән а. алып көньяҡта Ағиҙелдең киңлек ағымына тиклем өҙлөкһөҙ тиерлек (киңлеге 1—3 км) һуҙыла. Ҡыҙылташ свитаһы Буғанаҡ, Оло һәм Кесе Һүренйәк йй. бассейндарыда үҫешкән. Башҡ. мегантиклинорийында Б. ултырмалары менән көрән тимерташ (Лапышты, Юша һ.б.), магнезит (Исмаҡай һәм Ҡыҙылташ), флюорит (Соран) ятҡылыҡтары һәм алтын сығанаҡтары бәйле. Башҡортостандың көнбайышында Б. ултырмалары ҡырпы серияһы (ҡалынлығы 1860—3880 м; ятыш тәрәнлеге 2000—5000 м) булып айырылған. Петнур (доломит, аргиллит, аркоз алевролит, һирәк — ҡомташ; ҡалынлығы 28 м ашыу); нөркә (ялан шпатлы-кварцлы һәм аркоз алевролиттар, шулай уҡ составтағы ҡомташ ҡатламы, доломит, аргиллит һәм мергель; ҡалынлығы 250 м); ротков (ялан шпатлы‑кварцлы ҡомташ, алевролит, ҡырҡа буйһондоролған гравелит, конгломерат, аргиллит ҡатламдары; ҡалынлығы 461 м); минай (аргиллит, доломит һәм составы яғынан алевролитҡа яҡын төрлө бөртөклө ҡомташ ҡатламдары булған ялан шпатлы‑кварцлы алевролит; ҡалынлығы 277 м); ҡалтасы (аргиллит ҡатламлы һәм ҡатлаулы доломиттар, доломитлы мергель, һирәк — ялан шпатлы-кварцлы алевролит һәм ҡомташ; ҡалынлығы 1200—3600 м); надеждин (аргиллит, ялан шпатлы-кварцлы алевролит һәм буйһонған һелте составлы доломит һәм вулканит ҡатламлы ҡомташтар; ҡалынлығы 60— 370 м); ҡабаҡ (аргиллит, аҙ углеродлы ялан шпатлы-кварцлы алевролиттар, һирәк — ҡомташ; ҡалынлығы 91 м ашыу) свиталарына бүленә (аҫтан өҫкә). Атамаһы “бөрйән” этнонимынан алынған (ҡара: Бөрйән).

  Әҙәб.: К е л л е р Б.М. Рифейские отложения краевых прогибов Русской платформы //Труды ИГН АН СССР. 1952. Вып.109; Стратотип рифея. Стратиграфия. Геохронология. М., 1983; Нижний рифей Южного Урала. М., 1989; Стратиграфическая схема рифейских и вендских отложений Волго-Уральской области. Уфа, 2000.

А.А.Алексеев, В.И.Козлов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.11.2022
Связанные темы рубрикатора: