Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺОРО КҮМЕР

Просмотров: 1524

ҺОРО КҮМЕР, ҡаты янар файҙалы ҡаҙылма, торф һәм таш күмер араһындағы форма. Күмерләнеүҙең түбән дәрәжәһе хас. Структураһы тупраҡлы (кәүшәк) йәки тығыҙ. Төҫө тоноҡ һары, көрән йәки ҡара. Асыҡ һауала һоро төҫкә тиҙ инә һәм ярыла. Яғыулыҡ итеп файҙаланыла. Башҡортостанда Һ.к. петрографик типтары (торфҡа оҡшаш, лигнитлы, ат­тритлы, гелитлы, гумит‑липтобиолитлы Һ.к.) таралған. Яныу йылылығы 5700—7400 ккал/ кг. Көллөлөгө 11—39%, дымлылығы 45—60%, битумлылығы 15—22%; көкөрт миҡдары 0,64—1,52%, серетмә матдә — 62—65%, тау балауыҙы — 11,6—25,8%. Юғары битумлылығы арҡаһында яҡшы брикетлана, бәйләүсе компоненттар өҫтәлмәй. Һоро күмер ятҡылыҡтары республиканың көньяғында асылған.

  Әҙәб.: Геология СССР. В 48 т. Т.13. Ч.2. Полезные ископаемые. М., 1966.

Ғ.Ш.Жданов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: