Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЫМ-КӨҢГӨР УЙПАТЛЫҒЫ

Просмотров: 1219

БЫМ-КӨҢГӨР УЙПАТЛЫҒЫ, Волга-Кама антеклизаһының беренсе дәрәжәле кире тектоник структураһы. Палеозой ҡатламдарында айырыла. Төп өлөшө Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһендә үҫешкән. Төньяҡ сигенең киңлеге яҡынса 45 км. Башҡортостанға түбәһе Дыуан районы Дыуан а. төньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта ятҡан өсмөйөш формаһындағы көньяҡ сите менән инә. Әҙерәк көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай ауышҡан биләмәнән ғибәрәт, сейсмик мәғлүмәттәр буйынса, аныҡ структур сиктәре юҡ. Бөтә палеозой киҫелешендә үҙҙәренең борттары менән һыҙыҡлы күтәренке зоналарҙы контролдә тотҡан, сейсмик разведка тарафынан айырып күрһәтелгән төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендәге постседиментацион грабенға оҡшаш Һикеяҙ, Токарев-Курбат һәм Әй тамағы‑Дорохов бөгөлдәре күҙәтелә. Б.‑К.у. нефтле булыу перспективалары күтәренке зоналарҙы ҡатмарлаусы ваҡ брахиантиклиналдәр менән бәйле.

  Әҙәб.: Л о з и н Е.В. Тектоника и нефтеносность платформенного Башкортостана. Ч.2. М., 1994.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.11.2022
Связанные темы рубрикатора: