БЕЛЯВЦЕВ Степан Абрамович
БЕЛЯВЦЕВ Степан Абрамович (30.12.1892, Дон ғәскәре өлкәһе Белявцев утары — 31.3.1946, Өфө ҡ.), микробиолог. Медицина фәндәре докторы (1935), профессор (1935). Кубань медицина институтын тамамлағандан һуң (Краснодар ҡ., 1923) Краснодар, Хабаровск ҡҡ. эшләй. 1933 й. алып Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау халыҡ комитетының Санитария‑бактериология институтының (ҡара: “Иммунопрепарат”) ғилми етәксеһе, 1936—37 йй. директоры, бер үк ваҡытта 1934—37 йй. БДМИ‑ның микробиология кафедраһы мөдире. 1943—46 йй. И.И.Мечников исемендәге Өфө эпидемиология һәм микробиология ҒТИ‑нда һәм Башҡортостан трахоматоз ҒТИ‑нда эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге ваба, ҡорһаҡ тифы, скарлатина, түләмәне өйрәнеүгә, вакцинация һәм вакцинотерапия проблемаларына арналған. Б. тарафынан перихондрит ваҡытында вакцинотерапияның һөҙөмтәлелеге иҫбат ителгән. Башҡортостан медицина йәмғиәте рәйесе (1933—37). Репрессиялана (1937), 1957 й. аҡлана.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина