Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛЯЕВ Сергей Егорович

Просмотров: 901

БЕЛЯЕВ Сергей Егорович (19.3.1938, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Иҫке Ежов а. — 9.10.2003, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1974), проф. (1978). РФ‑тың (2002) һәм БАССР‑ҙың (1986) атҡ. фән эшмәкәре. СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1962) Әбйәлил р‑нында эшләй, 1964 й. алып БДМУ‑ла: 1976 й. башлап балалар ауырыуҙары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1975—77 йй., 1980—81 йй. һәм 2000—01 йй. педиатрия ф‑ты деканы, 1982—86 йй. уҡыу-уҡытыу эштәре б‑са проректор. Фәнни хеҙмәттәре балаларҙа тоташтырғыс туҡыманың ҡайһы бер диффуз ауырыуҙарын өйрәнеүгә, уларҙы диагностикалауға, дауалауға һәм иҫкәртеүгә арналған. Балалар ревматизмының өс этаплы терапияһы алымын камиллаштырыусы һәм дауалау практикаһына индереүсе авторҙарҙың береһе. Балаларҙа шәкәр диабетын асыҡлау өсөн ҡулланылған эритроцитар диагностикумды модификациялауҙа ҡатнаша. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Особенности течения ревматизма у детей при этапном лечении. М., 1983 (авторҙ.); Санаторное лечение детей на курортах Башкортостана. Уфа, 1999; Состояние здоровья детей в регионе экологического неблагополучия и их реабилитация. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019