Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОҒҘАНОВА Ғәлиә Нәғим ҡыҙы

Просмотров: 831

БОҒҘАНОВА Ғәлиә Нәғим ҡыҙы (21.10.1944, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Ҡаңны-Төркәй а.), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. табибы (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) Октябрьский, Өфө ҡҡ. табип булып эшләй. 1977 й. алып БДМУ‑ла уҡыта (1987—92 йй. балалар ауырыуҙары каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙа ревматизмды, эре сәнәғәт ҡалаларында уның таралыуын өйрәнеүгә арналған. Б. респ. тәүге тапҡыр ревматизм ваҡытында организмдағы патоморфологик үҙгәрештәрҙе асып бирә, мәктәп йәшендәге балаларҙың артериаль баҫымы һәм физик үҫеше стандарттарын (центиль шкалаһы һәм регрессия шкалаһы), балаларҙы шифаханаларға ебәреү өсөн дәлилдәр һәм ҡаршы дәлилдәр эшләй. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Экология, здоровье и образ жизни. Уфа, 1997 (авторҙ.); Санаторное лечение детей на курортах Башкортостана. Уфа, 1999 (авторҙ.); Состояние здоровья детей в регионе экологического неблагополучия и их реабилитация. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019