Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОБКОВА Евгения Владимировна

Просмотров: 822

БОБКОВА Евгения Владимировна (3.10.1934, Өфө — ғин. аҙағы, 2012, С-Петербург), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1992), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) — Куйбышев ҡ., 1965 й. алып — БДМИ‑ла, 1967—2007 йй. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында (1978 й. башлап лаб. мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре иммун системаһын коррекциялау өсөн интерферон препараттарын һәм дарыуҙар яһау алымдарын эшләүгә арналған. б. йоғошло патологиялар ваҡытында тәбиғи барлыҡҡа килгән интерферондарҙың һаҡлау тәьҫирендә цитокиндарҙың өҫтөнлөклө роле т‑да концепция эшләй, интерферондарҙы таҙартыуҙың йомшаҡ ысулдарын тәҡдим итә. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019