Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКБУЛАТОВ Зиннәт Төхфәт улы

Просмотров: 1276

БИКБУЛАТОВ Зиннәт Төхфәт улы (18.5.1939, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Этҡол а.), анатом. Мед. ф. д‑ры (1987), проф. (1990). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999). Новосибирск мед. ин‑тын тамамлаған (1968), 1972 й. алып шунда уҡ эшләй. 1980 й. башлап СССР мед. ФА‑ның Себер бүлексәһе Физиол. ин‑тының (Новосибирск ҡ.) лаб. мөдире, 1989—2013 йй. Урал физкультура ун‑тының (Силәбе ҡ.) анатомия каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре миокард инфаркты ваҡытында һәм веналарҙа ҡан һәм лимфа йөрөшө боҙолғанда лимфа системаһы функцияларын өйрәнеүгә арналған. Б. тарафынан туҡымаларҙың зарарланыу сиктәрен (миокард инфаркты, аяҡ-ҡул гангренаһы, бүҫер ҡыҫылған ваҡытта һ.б.) билдәләү өсөн прибор эшләнә, ул 80‑се йй. аҙ. РФ дауалау учреждениеларының хирургик практикаһына индерелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе (1995—97). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м‑н бүләкләнгән (2005).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019