Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕВЛИЧ Авксентий Павлович

Просмотров: 815

ГЕВЛИЧ Авксентий Павлович (12.6.1790 — 6.3.1861, Санкт‑Петербург ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1848). Тел ғилеме докторы (1815). Дворяндарҙан. Харьков университетын тамамлаған (1811). 1830 й. алып Әстерхан граждан губернаторы вазифаһын башҡарыусы, 1832 й. — Тула губернаторы. 1833 й. башлап Закондар департаменты буйынса дәүләт советы статс‑секретары вазифаһын башҡарыусы. 1835 й. апрелендә — 1840 й. майында Ырымбур граждан губернаторы. В.А.Перовский менән берлектә ихтилал (1835) баҫтырыуға һәм унда ҡатнашыусыларҙы тикшереүгә етәкселек итә. 1840 й. алып Сембер губернаторы. 1843 й. башлап ЭЭМ идаралығында, 1845 й. башлап Юстиция министрлығында хеҙмәт итә. 1848 й. алып сенатор. 2‑се (1853), 3‑сө (1835) һәм 4‑се (1820) дәрәжә Изге Владимир (1853), Аҡ Бөркөт (1859), 1‑се дәрәжә Изге Анна (1839), 1‑се дәрәжә Изге Станислав (1835) ордендары менән бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.03.2023
Связанные статьи: