ДИСТАНЦИЯ
ДИСТАНЦИЯ (тарихта), нығытмалы сик һыҙығының бер өлөшө. Д. 10‑ға яҡын ҡәлғәнән, редуттан һ.б. нығытмаларҙан торған. Д. м‑н нач. етәкселек иткән (вазифаға ҡәлғәләрҙең береһенең дәрәжәһе б‑са өлкән коменданты йәки гарнизон командиры тәғәйенләнгән); ул, хәрби бурыстарҙан тыш, суд эшен алып барған, һалым йыйыуҙы, башҡа йөкләмәләрҙе үтәүҙе күҙәткән. Д. регуляр һәм иррегуляр ғәскәрҙәрҙең һалдаттары сик буйы хеҙмәтен үтәгән. Ырымбур сик һыҙығы тәүҙә — Красногорск (Верхнеозёрный), Орск, Түбәнге Уй (Троицк), Түбәнге Яйыҡ, Үрге Уй, Үрге Яйыҡ, Һаҡмар һәм Һамар участкаларына; идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң — 1–5‑се; 19 б. 20‑се йй. Баҡсай, Верхнеурал, Звериноголовский, Илек, Ҡалмыҡ, Ҡыҙыл, Кожехар, Нижнеурал, Орск, Рубежинский һәм Троицк, Ырымбур Д. бүленә. Д. Ырымбур сик буйы батальондары, ландмилиция полктары (18 б. 40‑сы йй. Яңы Кама аръяғы сик һыҙығынан күсереләләр), башҡорттар, мишәрҙәр (ҡара: Башҡорт ғәскәре) һәм казактар (ҡара: Ырымбур казак ғәскәре, Урал казак ғәскәре) хеҙмәт итә. 1–4‑се Д. — башҡорттар, мишәрҙәр һәм Ырымбур казактары, 5‑сегә (Уральск ҡ. алып Гурьев ҡ. тиклем) Урал казактары ебәрелә (ҡара: табл. 328 б.).
Әҙәб.: Законы Российской империи о башкирах, мишарях, тептярях и бобылях: сб. док. и материалов. Уфа, 1999.
Р.Ғ.Буканова
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев
Ырымбур сик һыҙығы дистанциялары буйынса башҡорттарҙың, мишәрҙәрҙең һәм Ырымбур казактарының һаны (1800)
Дистанциялар |
Ҡәлғәләр |
Башҡорттар һәм мишәрҙәр |
Ырымбур казактары |
Бөтәһе |
1-се |
Звериноголовский |
355 |
178 |
533 |
Уйтамаҡ |
140 |
40 |
180 |
|
Крутояр |
128 |
40 |
168 |
|
Каракуль |
128 |
40 |
168 |
|
Троицк |
370 |
171 |
541 |
|
Степной |
165 |
61 |
226 |
|
Петропавловск |
226 |
100 |
326 |
|
Ҡарағай |
50 |
50 |
100 |
|
2-се |
Верхнеурал |
370 |
124 |
494 |
Магнит |
181 |
100 |
281 |
|
Ҡыҙыл |
387 |
110 |
497 |
|
Уртаҙым |
217 |
60 |
277 |
|
Таналыҡ |
204 |
180 |
384 |
|
3-сө |
Орск |
570 |
270 |
840 |
Гөбөрлә |
198 |
50 |
248 |
|
Ильинский |
295 |
150 |
445 |
|
Верхнеозёрный |
285 |
200 |
485 |
|
Красная Горка |
230 |
70 |
300 |
|
Ырымбур |
562 |
400 |
962 |
|
4-се |
Черноречье |
130 |
100 |
230 |
Татищев |
160 |
70 |
230 |
|
Нижнеозёрный |
60 |
30 |
90 |
|
Рассыпной |
105 |
30 |
135 |
|
Бөтәһе |
5516 |
2624 |
8140 |