Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЫУАН КАНТОНЫ

Просмотров: 990

ДЫУАН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған автономиялы Башҡортостандың Д.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Кантон составына Златоуст өйәҙенең 10 улусы (Балаҡатай, Дыуан-Мәсетле, Ибрай, Ҡалмаҡҡол, Мырҙалар, Нәсибаш, Түбәнге Ҡыйғы, Үрге Ҡыйғы, Һикеяҙ һәм 2‑се Әйле) инә. Төньяҡта — Ҡошсо кантоны, көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡта — Златоуст өйәҙе, Көҙәй кантоны, көнбайышта Бөрө өйәҙе, Златоуст өйәҙе, Көҙәй кантоны менән сиктәш була. Административ үҙәге — Арҡауыл а. (хәҙер Салауат районы). 1919 й. сентябрендә бөтөрөлә, территорияһы Дыуан-Ҡошсо кантоны составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.02.2024