Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕРАСИМОВ Иван Александрович

Просмотров: 1306

ГЕРАСИМОВ Иван Александрович (8.8.1921, АСБР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Пёстровка а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Оло Аксаков а., — 4.6.2008, Киев), танкист, армия ген. (1977). Украина Геройы (1999). Б.В. һуғышында, 1945 й. совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. 1‑се Ульяновск бронетанк уч‑щеһын (1940), Бронетанк ғәскәрҙәре хәрби акад. (1955) һәм СССР Ҡораллы Көстәренең Ген. штабы хәрби акад. (1966; икеһе лә — Мәскәү) тамамлаған. 1938 й. алып Совет Армияһында. 1941—45 йй. Көньяҡ, Көньяҡ-Көнбайыш, Төньяҡ Кавказ, Кавказ аръяғы, Воронеж, 1‑се Украина, Алыҫ Көнсығыш, 2‑се Алыҫ Көнсығыш фронттарында танк частары һәм берләшмәләре штабтары нач. урынбаҫары, нач. булып хеҙмәт итә. 40‑сы йй. аҙ. — 70‑се йй. башында СССР‑ҙың хәрби округтарында һәм Германиялағы совет ғәскәрҙәренең Көнбайыш төркөмөндә танк берләшмәләренә етәкселек итә. 1973 й. алып Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө командующийы, 1975 й. — Киев хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы, 1984 й. — Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлеш ғәскәрҙәренең баш командующийы. 1989 й. башлап СССР Оборона министрлығының ген. инспекторҙар төркөмө ағзаһы. Герой исеменә Б.В. һуғышы йылдарында немец-фашист баҫҡынсылары м‑н алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ була. 1992 й. алып отставкала. СССР ЮС‑ының 8—11‑се саҡырылыш депутаты; Украинаның халыҡ депутаты (2002 й. алып). 1991 й. башлап Украинаның Ветерандар советы рәйесе (Киев). Ленин (1980, 1986), Окт. Революцияһы (1986), Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1956, 1967), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1951), 2‑се (1988) һәм 3‑сө (1975) дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” орд., исемле һалҡын ҡорал (1992), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.10.2022