Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Абдулла Ғөбәйҙулла улы

Просмотров: 1211

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Абдулла Ғөбәйҙулла улы [5.5.1904, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Ибраһим а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 10.3.1945, Альтдамм ҡ., Германия, Гросс‑Юстин торама пункты эргәһендә ерләнгән, Германия], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Өршәк” совхозының (Шишмә районы) трактор бригадаһында бригадир булып эшләй. 1942 й. декабренән Брянск, Көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 60‑сы гвардия кавалерия полкы 2‑се эскадронының отделение командиры гвардия сержанты Ғ. 1943 й. 18 сентябрендә Березна, 20 сентябрҙә Лопатино аа. (икеһе лә —  Украин ССР‑ы) өсөн алыштарҙа, 28 сентябрҙә Галки а. (Белорус ССР‑ы) янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң яҡ ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Шишмә районының Шишмә ҡасабаһындағы, Ибраһим һәм Первомайский аа. урамдарға, Бикәй а. урта мәктәпкә уның исеме бирелгән, Шишмә ҡасабаһында Ғ. бюст ҡуйылған.

  Әҙәб.: К о л я д и н Ф. Сын народа //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.02.2023