Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОЛУБКОВ Николай Николаевич

Просмотров: 994

ГОЛУБКОВ Николай Николаевич (25.4.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Дмитриевка а. — 9.8.1945, Фуюань ҡ. янында, Ҡытай, Хабаровск ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). 1945 й. совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. алып Амур хәрби флотилияһында хеҙмәт итә. Герой исеменә “ПЗБ‑1232” йөҙөүсе зенит батареяһының комендор-зенитсылар отделениеһы ком. 1‑се статья старшинаһы Г. 1945 й. 9 авг. Фуюань һәм Эликашань бейеклеге өсөн алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Бәләбәй ҡ. һәм Хабаровскиҙа Г. һәйкәлдәр ҡуйылған.

Әҙәб.: Гареев А. Будни бессмертия //Славные сыны Башкирии. К.1. Уфа, 1965.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019