Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОРШКОВ Василий Николаевич

Просмотров: 1274

ГОРШКОВ Василий Николаевич [17.12.1920, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Байгилде а. (хәҙер БР‑ҙың Дүртөйлө районы) — 31.8.1944, Украин ССР-ы Микуличин ст. янында, Заречье а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Кесе лейтенант (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курстарын тамамлаған (1944). 1939 й. алып Дүртөйлө районы Сарлаҡ а. фельдшер. 1941 й. башлап Брянск, Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 161-се уҡсылар дивизияһы 575-се уҡсылар полкы отделение командиры кесе сержант Г. 1943 й. 23 сентябрендә Украин ССР-ы Тахтемиров а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң яҡ ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1943), 1-се (1944) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнгән. Дүртөйлө ҡ. Г. һәйкәл ҡуйылған; урамға, Йәштәр үҙәгенә һәм паркка, Байгилде а. төп мәктәпкә, Дүртөйлө районы Миәҙәк а. урта мәктәпкә уның исеме бирелгән; тыуған ауылында йорт-музей асылған; Дүртөйлө районында йыл һайын Герой иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир үткәрелә.

Әҙәб.: Вали А. Переправа //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

А.Н.Пинтсон
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.11.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: