Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРАЧЁВ Иван Николаевич

Просмотров: 1074

ГРАЧЁВ Иван Николаевич [1903, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Үрге Углич а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 20.10.1943, Украина ССР‑ы Ковпыта а.], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1928 й. алып Өфө р‑нының “Ҡарламан” с‑зында эшләй, 1938—41 йй. Йәрмәкәй р‑нының 8‑се Март ис. с‑зы дир. урынбаҫары. 1925—27 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. сент. алып Брянск, Көньяҡ-Көнбайыш һәм Үҙәк фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армия 74‑се уҡсылар див. 78‑се уҡсылар полкының отделение ком. сержант Г. 1943 й. 23 сент. Белорус ССР-ы Комарин а. тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). Г. исеме Үрге Углич, Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы, Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй һәм Ковпыта аа. урамдарға бирелгән; Йәрмәкәй а. уға бюст ҡуйылған (1991).

Әҙәб.: Вахитов Ф. Огненные тропы пехотинца //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.12.2019